Өфөлә Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы инвестициялар йәлеп итеүҙе яҡшыртыу буйынса Ижтимағи советының сираттағы ултырышы булды. Унда шулай уҡ коммерцияға ҡарамаған үҙаллы “Стратегик инициативалар ассоциацияһы”ның генераль директоры Андрей Никитин ҡатнашты.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов тәүҙә “Стратегик инициативалар ойошмаһы ассоциацияһы” ҡарамағында эшләү республикабыҙ өсөн отошло булыуы хаҡында һөйләне.
– Уның менән үҙебеҙҙе ышаныслы тоябыҙ, бөтә эштәрҙә ярҙамын күрәбеҙ. Үҙ сиратыбыҙҙа беҙ ҙә ғәҙел булырға, билдәләнгән талаптарҙың бөтәһен дә намыҫ менән үтәргә тырышабыҙ һәм һуңғы һөҙөмтәләр эшмәкәрлегебеҙҙең емешен күрһәтә, – тине ул.
Мәҫәлән, республикала сәнәғәт етештереүе үҫешә, тулайым төбәк продукты бер триллион һумдан ашып китер тип көтөлә. Һалым йыйыу буйынса ла финанс күрһәткестәре насар түгел – ошо йылдың 11 ай һөҙөмтәһе буйынса былтырғынан артҡан.
Республика етәксеһе мәғариф, һаулыҡ һаҡлау системаһы, халыҡтың тормошон яҡшыртыу, яңы эш урындары булдырыу йәһәтенән маҡсатлы эш алып барылыуы хаҡында бәйән итте.
Андрей Никитин үҙ сығышында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү, страховкалау, банк бизнесы, инвестициялар йәлеп итеү буйынса алда торған бурыстар тураһында һөйләне.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының урынбаҫары Евгений Маврин иһә республикала инвестициялар йәлеп итеү йәһәтенән ыңғай шарттар булдырылыуын билдәләне.
И. ХАҠОВ.