Беҙҙе килеп күрергә теләйҙәр05.12.2012
Башҡорт иле элек-электән ҡунаҡсыл булған. Матур һыҙат беҙҙе көндән-көн нығыраҡ биҙәй: әйтәйек, киләһе йылда, ҙур спорт сараларын ҡабул итеүҙән тыш, республикабыҙ “ТЭФИ-Төбәк”, “Рәсәй гүзәле” конкурстарын, “Евразия тауышы” фестивален үҙебеҙҙә үткәрергә әҙер.
Президент Рөстәм Хәмитовҡа бындай тәҡдимде төбәгебеҙгә күптән түгел еңеү менән ҡайтҡан яҡташтарыбыҙ — “Тамыр” телеканалы директоры һәм хеҙмәткәрҙәре, телевизион журналистар Алина Сөләймәнова менән Эрнест Хәйруллин, “Рәсәй гүзәле-2012” исемен алған Элина Кирәева еткерҙе.
— Башҡортостандың абруйы йылдан-йыл арта, проекттарыбыҙ ситтәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уята, беҙҙе килеп күрергә, тәжрибә уртаҡлашырға теләүселәр күп, — тине улар Президент менән осрашыу мәлендә.
Рөстәм Зәки улы тәҡдимдәрҙе ихлас ҡабул итте, төбәгебеҙгә дан алып ҡайтҡан һәр кемгә рәхмәт әйтте, артабан да һөҙөмтәле эш теләне.
— Бындай уңышҡа дәүләт яғынан ярҙамһыҙ өлгәшә алмаҫ инек, — тине еңеүселәр.
Д. ИШМОРАТОВА.


Вернуться назад