Рөстәм Хәмитов Ойоштороу комитетына инде05.12.2012
Дәүләт башлығы Владимир Путин ил Президентының ярҙамсыһы Юрий Ушаковты 2014 —2015 йылдарҙа Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһында һәм 2015 йылда БРИКС берекмәһендә Рәсәйҙең рәйеслеген әҙерләү һәм тәьмин итеү буйынса ойоштороу комитеты рәйесе итеп тәғәйенләү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Документ Кремлдең хоҡуҡи мәғлүмәт порталында урынлаштырылған, тип хәбәр итте ИТАР-ТАСС.
Ойоштороу комитетына 27 кеше, шул иҫәптән Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, Рәсәйҙең финанс министры Антон Силуанов, иҡтисади үҫеш министры Андрей Белоусов, транспорт министры Максим Соколов, Рәсәй Президентының эштәр идарасыһы Владимир Кожин, Федераль һаҡ хеҙмәте директоры Евгений Муров, сит ил эштәре министры урынбаҫарҙары Игорь Моргулов менән Сергей Рябков, Кремль хакимиәте башлығы урынбаҫары, Рәсәй Президентының матбуғат секретары Дмитрий Песков, Президент ярҙамсыһы Эльвира Нәбиуллина, Федераль именлек хеҙмәте етәксеһе Сергей Беседа инде.
Билдәле булыуынса, Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС саммиттары 2015 йылда Өфөлә үтәсәк.
А. ХӘЛИЛОВ.


Вернуться назад