Эшкә лә, ялға ла шарттар яҡшыра03.12.2012
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Стәрлетамаҡ ҡалаһына эш сәфәре барышында мәктәпкәсә мәғариф учреждениеларын, Боҙ һарайы төҙөлөшөн тикшерҙе, етештереү һәм сауҙа объекттарында булды, шулай уҡ “Рәсәй Федерацияһында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам программаларын үҙгәртеү” тип аталған “түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашты, “Эшҡыуарлыҡ. Бәләкәй ҡалалар һәм биләмәләр — үҫеш нөктәләре” II республика форум-күргәҙмәһен асыу тантанаһында сығыш яһаны.

Ҡалалағы 37-се балалар баҡсаһы филиалы реконструкциянан һуң 55 баланы ҡабул итте, тәрбиәселәр һәм хеҙмәтләндереүсе персонал өсөн 20 өҫтәмә эш урыны барлыҡҡа килде. Капиталь ремонт үткәрелгәндән һуң мәктәпкәсә учреждение санитария ҡағиҙәләренә тулыһынса яуап бирә. Ошо эшкә төрлө бюджет сығанаҡтарынан 18 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән.
Республика башлығы 80 урынлыҡ “Бәхетле бала саҡ” шәхси балалар баҡсаһында ла булды. Унан тыш, Стәрлетамаҡтағы бер нисә шәхси балалар клубы эшләй.
Йыл аҙағына тиклем бында биш балалар баҡсаһын файҙаланыуға тапшырырға тейештәр. Әле уларҙы яңыртып ҡарау бара. Стәрлетамаҡта мәктәпкәсә учреждениеға сиратта 6,5 мең бала торһа, яңыртылған баҡсалар сафҡа ингәндән һуң 400 балаға урын буласаҡ.

* * *
Башҡортостан Президенты ҡалала быйыл августа асылған “Магнит” сауҙа үҙәгендә булды. Продукцияны күпләп һаҡлауға иҫәпләнгән базанан Өфө, Стәрлетамаҡ, Магнитогорск, Ырымбур, Орск ҡалаларындағы 451 магазинға тауар оҙатыла.

Менеджерҙар Рөстәм Хәмитовты предприятиеның эше менән таныштырҙы, продукттар һаҡлау бүлектәрен күрһәтте. Президентты иң элек селтәрҙең урындағы етештереүселәр менән хеҙмәттәшлек итеүе ҡыҙыҡһындырҙы.
— Мин үҙебеҙҙең Башҡортостан продукцияһын ғына һатып алам, уның сифатынан бик ҡәнәғәтмен, — тине Рөстәм Хәмитов.
“Магнит” вәкилдәре продукция селтәр талаптарына яуап биргән хәлдә хеҙмәттәшлеккә әҙер булыуҙарын белдерҙе. Һөт ризыҡтарына, колбасаға өҫтөнлөк бирелә. Менеджерҙар билдәләүенсә, селтәр республика халҡына 1700 эш урыны тәҡдим иткән, йыл аҙағына тиклем был һан 1900-гә еткереләсәк, сөнки декабрҙә тағы 19 магазин асыу күҙаллана.
— Башҡарған эшегеҙ маҡтауға лайыҡ, әммә был ғына аҙ. Һеҙ эш биргән кешеләр балаларын урындағы мәктәпкәсә учреждениеларға алып барасаҡ, шуға күрә баҡсаларҙы күберәк төҙөү зарур. Етештереүселәребеҙгә булышлыҡ күрһәтегеҙ. Акционерығыҙ менән осрашып, берлектәге эш йүнәлештәрен тикшерергә әҙермен. Эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн шарттар тыуҙырасаҡбыҙ. Беҙ донор булырға түгел, ә тигеҙ шарттарҙа эшләргә теләйбеҙ, — тине Башҡортостан Президенты.

* * *
Рөстәм Хәмитов шулай уҡ “Стәрлетамаҡ етештереү-технология үҙәге” тип аталған индустриаль паркты ҡарап сыҡты. Объект 2007 йылда элекке күн аяҡ кейемдәре заводының етештереү корпусы нигеҙендә асылған. 33 мең квадрат метр майҙанда туғыҙ производство эшләй, уларҙа 396 кеше хеҙмәт итә. Комплексты яңыртыуға 140 миллион һум инвестиция һалынған, технопарк резиденттары иһә 570 миллион һум бүлгән.

Рөстәм Хәмитов быяла әйберҙәр етештергән “Башҡортостан быяла компанияһы”, кабель пластикаттары сығарған “Башпласт” һәм төҙөлөш ихтыяждары өсөн пенопласт-йылытҡыс эшләгән “Башмонолит” йәмғиәттәрендәге етештереү барышы менән танышты.
Индустриаль паркта башҡа сәнәғәт предприятиелары ла эшләй. Башҡортостан Президентының эшҡыуарҙар менән осрашыуында технопарктың етештереү майҙандарын киңәйтеү зарурлығы тикшерелде.

* * *
Физкультура-спорт комплексында Рөстәм Хәмитов ҡала хакимиәте алдына объектты йыл аҙағына тиклем файҙаланыуға тапшырыу бурысын ҡуйҙы. Әле бында биҙәкләү эштәре тамамланып килә.

— Оҙаҡҡа һуҙылған төҙөлөштө аҙағына еткереп, объектты сафҡа индерергә кәрәк, — тине республика етәксеһе. Стәрлетамаҡ хакимиәте вәкилдәре билдәләүенсә, заказсылар төҙөүселәр менән тулыһынса иҫәпләшкән һәм комплекс ваҡытында файҙаланыуға тапшырыласаҡ.
Спорттың волейбол, баскетбол, гандбол, футбол, теннис, хоккей, фигуралы шыуыу кеүек төрҙәре менән шөғөлләнеүгә иҫәпләнгән муниципаль учреждение 800 баланы ҡабул итеү мөмкинлегенә эйә. Боҙ аренаһы 2500 тамашасыға иҫәпләнгән.


Вернуться назад