Репетиторлыҡтан һалым алырға кәрәк03.12.2012
Рәсәй Дәүләт Думаһы спикеры Сергей Нарышкиндың Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институты студенттары, аспиранттары һәм уҡытыусылары менән осрашыуында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов репетиторлыҡты эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге булараҡ “күләгә”нән сығарырға кәрәклеген белдерҙе.
— Республикала йылына 30 мең самаһы егет һәм ҡыҙ юғары уҡыу йорттарына инә. Уларҙың һәр береһе репетитор уҡытыусыларға 30 мең һум түләһә лә, был эшмәкәрлектән дөйөм килем бер республикала ғына 900 миллион һум килеп сыға. Һан ике-өс тапҡырға арттырылған булһа ла, был аҙ аҡса түгел, шуға күрә репетиторлыҡтан һалым алырға кәрәк, — тине Президент, студенттарҙың һорауына яуап биреп.
Осрашыуҙа ҡатнашҡан БДУ ректоры Әхәт Мостафин республика башлығының фекере менән килеште.
— Нисек кенә булмаһын, бындай эшмәкәрлек һалым түләүҙән ҡасыуға бәйле. Кешеләр араһында ундай мөнәсәбәт булырға тейеш түгел, — тине Рөстәм Зәки улы, һүҙен йомғаҡлап.

А. ХӘЛИЛОВ.

И. ХИСМӘТУЛЛИН, Межгорье ҡалаһы:
— Президенттың фекерен хуплайым. “Күләгәләге” бизнес илебеҙҙең иҡтисади үҫешенә, ысынлап та, ныҡ ҡамасаулай. Эшләйһең икән, һалым түләргә лә тейешһең. Сит илдәрҙә был йәһәттән ғәҙеллек бар: һалым түләмәгән кешенең йәмғиәт алдында абруйы төшә, тимәк, уға ҡарата ышаныс кәмей.
Репетиторлыҡтың Берҙәм дәүләт имтиханы индерелгәндән һуң айырыуса йылдам үҫешкәне билдәле. Уҡытыусыларҙың күбеһе быны эш хаҡының аҙ булыуы сәбәпле өҫтәмә табыш алыуға ихтыяж менән аңлата. Ә башҡа уҡыу йорттарындағы педагогтарҙың матди хәле ныҡ яҡшымы ни? Ғөмүмән, бер дәүләттә йәшәгәс, дөйөм ҡанундарға буйһонорға тейешһең.

З. БӘХТИЕВА, уҡытыусы, Иглин районы:
— Ҡайһы бер ата-әсәнән: “Мәктәптә йүнләп уҡытмағас, репетиторһыҙ булмай”, — тигән һүҙҙәрҙе ишетергә тура килә. Ә бит бындай өҫтәмә хеҙмәт менән дә шул уҡ уҡытыусы шөғөлләнә.
Мин дә бер нисә йыл инде өйҙә түләүле дәрестәр үткәрәм. Яҡшы уҡытыусы икәнемде беләләр, мөрәжәғәт итәләр. Әгәр ҙә һалым ала башлайбыҙ тиҙәр икән, ысынлап та, законға ярашлылыр. Әммә банкка түләү, бухгалтерия аша үткәреү кеүек бихисап мәшәҡәткә юлығасаҡбыҙ. Шуға ла, бәлки, икенсе төрлө юлын эҙләргә кәрәктер. Мәҫәлән, минеңсә, репетиторға лицензия булдырыу эште күпкә еңелләштерер ине.


Вернуться назад