“Хосусилаштырыу асыҡ булырға, күҙгә-күҙ ҡарашып фекер алышыу нигеҙендә барырға тейеш. Шул саҡта ғына был юҫыҡта ҡапма-ҡаршылыҡлы фекерҙәргә урын ҡалмаясаҡ. Милек мәсьәләләре — ҡатмарлы эш”, – тине Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, республика Хөкүмәтенең сираттағы ултырышында.
Тәүҙә 2013 йылға республикалағы дәүләт милкен хосусилаштырыуҙың күҙаллау проекты ҡаралды. Төбәк башлығы билдәләүенсә, был мәсьәлә буйынса Ер һәм мөлкәт министрлығы менән башҡа тармаҡ министрлыҡтары, ведомстволар араһында ҡайһы бер килешмәүсәнлек барлыҡҡа килә. “Шуға ла аңлашып эшләү мөһим. Беҙгә аҡса, ресурс талап ителә. Милекте, айырыуса әллә ни әһәмиәтле тойолмаған пакеттарҙы һатыу хәстәрен күрергә кәрәк”, – тине Рөстәм Зәки улы.
Дәүләт реестрындағы һәр үҙгәреш файҙа килтерергә, халыҡтың эш хаҡын арттырыуға, тормошон яҡшыртыуға, яңы объекттар төҙөүгә этәргес бирергә тейеш. Хосусилаштырыу, беренсенән, предприятиеларҙың хәлен яҡшыртһа, икенсенән, ҡаҙнаны тулыландырыуҙың бер юлы. Беҙҙе әле күп сығымдар көтә.
Ултырышта шулай уҡ “2013 – 2018 йылдарға Башҡортостанда сауҙа үҫешенең оҙайлы маҡсатлы программаһы” хаҡында ла һөйләшеү булды. Республика Президенты бөгөн ауылдарҙа сауҙа торошоноң ҡалалағынан ҡырҡа айырылыуы, төп кәмселектәр, программала сағылыш табырға тейешле проблемалар хаҡында һөйләне.
Баҙар иҡтисады шарттарында йәшәйбеҙ. Һәр кем үҙ республикаһының илһөйәре булырға тейеш, шул саҡта ғына төбәгебеҙҙең үҫешен тәьмин итә аласаҡбыҙ.
И. ХАҠОВ.