Ҡаҙна сығымдары билдәләнде30.11.2012
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 57-се пленар ултырышы ваҡиғаларға бик бай булды.
Унда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың Мөрәжәғәтнамәһен тыңлағандан һуң Башҡортостан буйынса эске эштәр министры Михаил Закомалдин төбәктә хоҡуҡ тәртибе торошо тураһында доклад менән сығыш яһаны, Башҡортостан Республикаһының һәм Мотлаҡ медицина страховкаһы территориаль фондының 2013 йылға һәм 2014, 2015 йылдарҙағы план осорона бюджеттары ҡабул ителде. Шулай уҡ 2013 йылға һәм 2015 йылға тиклемге осорға социаль-иҡтисади үҫеш буйынса күҙаллау раҫланды.
Бынан тыш, депутаттар яңы закон проекттарын тикшереүен дауам итте. Тиҫтәгә яҡын кеше мировой судья вазифаһына раҫланды, биш-алты закон тулыһынса ҡабул ителде. Ҡалған ҡанундар буйынса эш дауам итәсәк.

Ә. ИЛДУСОВА.


Вернуться назад