Тирә-яҡ мөхит именлеге — беҙҙең уртаҡ хәстәр30.11.2012
Тирә-яҡ мөхит именлеге — беҙҙең уртаҡ хәстәрБашҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай йортонда халыҡ ифрат күп. Фойела кемде генә осратмаҫһың! Өйкөм-өйкөм булып аралашып тороусылар араһында министрҙар, депутаттар, төрлө кимәлдәге етәкселәр, милли-мәҙәни ойошмалар вәкилдәре, дин әһелдәре, ғалимдар — төрлөһө бар. Мөхит, бер яҡтан, көсөргәнешле булып тойолһа, икенсе яҡтан, байрамса ла. Сәбәбе етди шул: бер нисә минуттан Башҡортостан Президенты Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға сираттағы Мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһарға тейеш. Киләһе йылдың төп сәйәси документы, депутаттарға тип тәғәйенләнһә лә, барлыҡ республика халҡына төбәлгән. Артабан республиканың сәйәси йәһәттән ниндәй йүнәлеште өҫтөнлөклө итеп алып, ҡайһы юлдан үҫәсәге ошонда билдәле буласаҡ бит!

Бынан тыш, 2013 йылдың ниндәй исем менән үтерен дә Президент ошо сығышында әйтергә тейеш. Бөтөп барған йылға йомғаҡ та яһаласаҡ.
Башҡортостан парламентының сираттағы ултырышы Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың гимндары менән башланды. Унан һуң Рөстәм Хәмитов Мөрәжәғәтнамә менән таныштырҙы. Бер сәғәткә һуҙылған сығыш йәшәйешебеҙҙең төрлө өлкәләренә ҡағылды, уҙып барған йылға байҡау яһалды, киләсәккә пландар ҡуйылды.
2013 йыл Башҡортостанда тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға арналасаҡ. Һүҙ ҙә юҡ: республика йылдам үҫешә, кешеләрҙең йәшәү сифаты яҡшыра. Башҡортостан — иҡтисади, индустриаль төбәк. Бының ыңғай яҡтары бихисап, әммә киреләре тураһында ла шым ҡалыу ярамай. Ни өсөн тигәндә, экологик хәл йылдан-йыл насарлана. Айырыуса ҡалаларҙа хәл ҡурҡыныс. Газ, төтөн, бысраҡ, химия ҡалдыҡтары, шығырым тулы автомобилдәр... Былар кеше һаулығында һәм тәбиғәттә, һис шикһеҙ, сағылыш таба.
— Тәү сиратта ҡалаларҙағы экологик хәлдең заманса мониторингына күсеү кәрәк. Телекоммуникация системаларын, автоматика ҡорамалдарын файҙаланыу һауа, һыу бысраныуын мәлендә үк асыҡларға һәм киҫәтергә ярҙам итәсәк, — тине Президент. — Шулай уҡ халыҡ менән бәйләнеште нығытыу зарур: әүҙемселәр, битараф булмаған кешеләр — тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәтен боҙоуға ҡаршы көрәштә тәүге ярҙамсылар. Шулай уҡ был өлкәлә тәртип боҙоусылар мотлаҡ язаһын алырға тейеш.
Рөстәм Зәки улының фекеренсә, халыҡта экология мәҙәниәтен күтәреү мөһим. “Йәшел” патрулдәрҙе, тәбиғәтте һаҡлау буйынса мәктәп ойошмаларын тергеҙеү, волонтерҙар отрядтарына ярҙам итеү ҙә һөҙөмтә бирәсәк. Төрлө акциялар, киң мәғлүмәт саралары аша тәбиғәтте бысратыуҙың үҙебеҙ өсөн кире яҡтары тураһында киҫәтергә һәм мәғлүмәт таратырға ла кәрәк.
Экология темаһына Мөрәжәғәтнамәлә, ғөмүмән, күп урын бирелде. Бында Президент ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарына идара итеү, уларҙы дөрөҫ һәм файҙалы итеп эшкәртеү темаһына ҡағылмай үтмәне. Рөстәм Зәки улы проблеманы яйға һалыу юлын да күрһәтте: ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү өлкәһенә бизнесты йәлеп итеү кәрәк! Шулай уҡ экология партиялары һәм ойошмаларының эшмәкәрлегенә булышлыҡ итеү һәм улар менән хеҙмәттәшлекте нығытыу кәрәклеге билдәләнде.
Быйылғы Мөрәжәғәтнамәлә яңы термин яңғыраны: Рөстәм Хәмитов Башҡортостанда “смарт-йәмғиәт”, йәғни, икенсе төрлө әйткәндә, “аҡыллы йәмғиәт” моделен ҡулланыуҙы тәҡдим итә. Был — тормош сифатын үҙгәртеү инструменты, заманса мәғлүмәт һәм ойоштороу системаларын файҙаланып, кеше өсөн уңайлы йәшәү мөхитен булдырыу.
— Ошондай мөхитте тыуҙырыу, республика халҡы өсөн уңайлы шарттар тәьмин итеү — төп бурысыбыҙ. Беҙҙең иҡтисадты, социаль инфраструктураны үҫтереү йүнәлешендә тормошҡа ашырылған саралар ошо маҡсатты күҙ уңында тоторға тейеш, — тине Президент. — Иҫкергән алымдар һөҙөмтәгә килтермәй. Юғары маҡсаттар ҡуймаһаҡ, яңылыҡтар индермәһәк, башҡаларҙан бик артта ҡаласаҡбыҙ.
Республикала тормош хәүефһеҙ, уңайлы һәм абруйлы булырға тейеш, тигән бурыс ҡуйҙы Рөстәм Хәмитов. Кешеләр етеш йәшәргә, иртәгәһе көнөнә ышанырға, тыуған яғы менән ғорурланырға тейеш. Әлбиттә, был маҡсаттар бер бөгөн генә уйлап сығарылмаған, әммә уларға заманса юлдар менән өлгәшергә кәрәк.
Быйылғы Мөрәжәғәтнамәнең тағы ла бер үҙенсәлеге төҫмөрләнде. Тәүге тапҡыр унда мәҙәниәткә бик ҙур урын һәм иғтибар бирелде кеүек. Рөстәм Хәмитов республиканың алдынғы театрҙары һәм филармонияларының профессиональ кимәле төшөүе, спектаклдәргә ҡыҙыҡһыныуҙың юғала барыуы өсөн тәрән борсолоуын белдерҙе. Проблеманы хәл итеү өсөн йыл һайын конкурс нигеҙендә заманса яҡшы итеп эшләнгән 10 — 15 спектакль йәки концерт программаһына 100-әр миллион һум аҡса бүлергә тәҡдим итте. Һәм был мәҙәниәтте күтәреү, алға ебәреү өсөн күреләсәк берҙән-бер сара түгел. Президент тарихи-мәҙәни брендтарҙы, архитектура өлгөләрен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса ла саралар тураһында һөйләне.
Президент Мөрәжәғәтнамәһенең тулы тексы гәзиттең киләһе һанында баҫыласаҡ.
Рөстәм КҮЗБӘКОВ, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай комитеты рәйесе:
— Мөрәжәғәтнамәлә һәр кем үҙенә ҡағылған йүнәлешкә айырымыраҡ иғтибар итә. Муниципаль власть эшмәкәрлегенә ҙур иғтибар бүленәсәк. Халыҡ менән туранан-тура эшләүсе булараҡ, урындағы етәкселек иңендә яуаплылыҡ ҙур, йомош менән кеше уларға килә. Был тармаҡта ла үҙгәрештәр талап ителә: беҙгә ҡануниәтте көйләргә кәрәк. Ауылда ла халыҡ уңайлы йәшәргә тейеш.

Рөстәм ИШМӨХӘМӘТОВ, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай комитеты рәйесе урынбаҫары:
— Быйылғы Мөрәжәғәтнамәлә иң әһәмиәтле өс йүнәлеште билдәләр инем. Беренсенән, экология, икенсенән, мәҙәниәтте күтәреү, өсөнсөнән, республиканы Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеүгә әҙерләү. Мөрәжәғәтнамә — башҡарма һәм закондар сығарыу власына киләсәктә эшләү өсөн ҡулланма.

Рәшиҙә СОЛТАНОВА, Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары союзы рәйесе:
— Ниндәй генә маҡсаттар ҡуйылмаһын, йәмғиәттә төп урында — кеше. Унда ҡатын-ҡыҙ айырыуса мөһим. Оҙаҡламай беҙҙең союздың ҙур отчет-һайлау конференцияһы буласаҡ, бөгөн Мөрәжәғәтнамәне тыңлағанда шунда алдыбыҙға ниндәй бурыстар ҡуясағыбыҙҙы төҫмөрләп ҡуйҙым. Президенттың мәҙәниәт өлкәһендә ҡуйған талаптары оҡшаны. Киләһе йылды Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы тип иғлан итеүе тағы бер шатландырҙы. Элегерәк экологияға был тиклем үк иғтибар бирмәй инек. Бөгөн һаулыҡ, ауырлы ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлеге, һау балалар тыуыуы — барыһы ла экологиянан тора.

Магомед СОЛТАНМАГОМЕДОВ, Башҡортостандың дағстан милли-мәҙәни үҙәге рәйесе:
— Мөрәжәғәтнамә киләсәккә, йәштәргә төбәлгән, тормоштоң бөтә тармаҡтарын да үҙ эсенә алған. Башҡортостандың кадрҙар һәм ресурстар йәһәтенән мөмкинлеге ҙур, ул тағы ла юғары тиҙлек менән үҫешә ала. Артабан да хәлдең яҡшы булырына ышанабыҙ.
Әлфиә ӘЙҮПОВА


Вернуться назад