26 ноябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Ҡазанда Рәсәйҙең Именлек советы менән берлектә милли именлек мәсьәләләренә арнап үткәрелгән күсмә кәңәшмәлә ҡатнашты. Унда төбәктәрҙәге мәғлүмәт системаларын һаҡлау буйынса саралар ҡаралды.
— Бөгөн беҙ дәүләт һәм муниципаль мәғлүмәттәр базаһында эшкәрткән документтар, материалдар иҡтисади конкуренттарыбыҙҙа ғына түгел, башҡа дәүләттәрҙәге махсус хеҙмәттәрҙә лә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра, — тине Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич.
Ултырышта билдәләнеүенсә, Тулы хоҡуҡлы вәкил ҡарамағында мәғлүмәт хәүефһеҙлеге мәсьәләләре буйынса совет эшләй.
— Әлегә тиклем беҙ файҙаланған алымдарҙың һөҙөмтәһе аҙ, улар бөгөнгө талаптарға яуап биреп бөтмәй, — тине Михаил Бабич. — Ә бына Башҡортостан, Татарстан, Мордва, Удмурт республикалары, Һамар өлкәһе кеүек төбәктәрҙә рәсми сайттарҙы һаҡлаған, шулай уҡ иң яҡшы техник, инновация үҫешен анализлаған, уларҙы үҙҙәрендә ғәмәлгә индергән айырым маҡсатлы учреждениелар ойошторолған.
Рәсәйҙең Именлек советы секретары Николай Патрушев үҙ сиратында ил төбәктәрендә йыш ҡына мәғлүмәтте һаҡлау буйынса талаптарҙың үтәлмәүе, дәүләт власы органдарының һәм муниципаль берәмектәрҙең рәсми сайттарында хәүефһеҙлекте тәьмин итеү мәсьәләләре хәл ителмәүе осраҡтары күҙәтелеүен билдәләне.
— Вәкәләтле органдар билдәләүенсә, милли именлекте тәьмин итеү йәһәтенән ошо мөһим өлкәлә тәртип боҙоуҙар байтаҡ, — тине Николай Патрушев.
Ике көнлөк кәңәшмәлә, Волга буйы федераль округындағы төбәк башлыҡтарынан тыш, Эске эштәр, Ғәҙәттән тыш хәлдәр, Элемтә министрлыҡтары, Федераль именлек советы вәкилдәре ҡатнаша.
А. ХӘЛИЛОВ.