Төҙөлөш дауам итерме?27.11.2012
– Ҡайһы бер объекттарҙы төҙөү өсөн Федераль үҙәктең ярҙамы кәрәк, – тине Рөстәм Хәмитов, Рәсәй Президенты ҡарамағындағы төбәктәрҙәге Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил, Паралимпия комитеты президенты Владимир Лукин менән осрашыуҙа сығыш яһап. – Беҙ тиҙ ышанып барабыҙ. Мөһабәт Паралимпия үҙәген ҙур өмөттәр менән төҙөй башлағайныҡ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быйыл төрлө һылтау менән финанслауҙы туҡтаттылар. Әлбиттә, 2013 йылда беҙгә был төҙөлөштө дауам итергә, ә 2014 йылда теүәлләп ҡуйырға кәрәк.

Төбәк башлығы билдәләүенсә, ШОС һәм БРИКС саммиттарын уҙғарғанға тиклем Үҙәктең эшен ослап ҡуйғанда бик һәйбәт булыр ине. Бының менән беҙ ҡунаҡтар алдында Башҡортостанда, Өфөлә Паралимпия спортының үҫешен күрһәтәсәкбеҙ. Ул сағында Паралимпия спорты төрҙәре буйынса Рәсәйҙә генә түгел, Европа, донъя кимәлендәге ярыштар уҙғара алыр инек. Әле беҙ спорт ҡоролмаларын физик мөмкинлеге сикләнгән кешеләргә лә ҡулайлы итеү йәһәтенән эшләйбеҙ, махсус программа бар. Ауыл инфраструктураһын үҙгәртеү йәһәтенән дә эш дауам итә.
Һүҙ юҡ: республикала был йүнәлешкә һиҙелерлек көс һалына. Күп тапҡыр Паралимпия чемпионы Рима Батталованың Дәүләт Думаһына депутат итеп һайланыуы үҙенең һөҙөмтәһен бирә. Ул әүҙем эшләй. Хәҙер спортта яңы исемдәр, яңы быуын барлыҡҡа килде. Былар барыһы ла киләсәккә ҙур ышаныс уята.
Владимир Лукин үҙ сығышында халыҡтың Паралимпия уйындарына ҡыҙыҡһыныуы артыуы, үҙе ошо юҫыҡта бына 16 йыл эшләүе, Лондонда үткән уйындарҙа тамашасыларҙың ярыштарға эркелеп килеүе, хатта стадиондарға һыймауы, билет етмәүе хаҡында һоҡланып һөйләне, Башҡортостанды өлгө итеп ҡуйҙы.
– Һеҙҙең республикала ла Паралимпия спорты башҡа төбәктәргә ҡарағанда күпкә яҡшы үҫешә. Был – ҙур ҡаҙаныш. Уны артабан да һаҡларға кәрәк. Рәсәй донъяла иң көслөләр иҫәбендә булһа, Башҡортостан – илдә, – тине ул.
И. ХАҠОВ.


Вернуться назад