Хәҙер республика халҡының иң битарафтары ғына ШОС һәм БРИКС һүҙҙәренең мәғәнәһенә төшөнмәйҙер. 2015 йылда Өфөлә уларҙың саммитын үткәрергә ҡарар ителгәс, был тема иғтибар үҙәгенән төшмәй. Тиҙ арала республика Хөкүмәте Аппаратында әҙерлек барышын көйләү буйынса махсус бүлек тә булдырыласаҡ. Был хаҡта Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов саммиттарға әҙерлек буйынса ойоштороу комитетының ултырышында белдерҙе.
— Бүлекте кисекмәҫтән булдырырға кәрәк. Киләһе аҙнанан да ҡалырға ярамай, — тине республика етәксеһе.
Рөстәм Зәки улы әйтеүенсә, ул әҙерлек, төҙөлөш һәм төҙөкләндереү мәсьәләләре буйынса ҡайһы бер федераль министрлыҡ етәкселәре менән осрашыуҙар үткәргән. Һүҙ башлыса М5, М7 трассаларын төҙөкләндереү, аэропортты һәм тимер юл транспортын яңыртыу тураһында барған. Объекттарҙы проектлау башланған да инде.
— Эште бөтә йүнәлештәрҙә лә тиҙләтергә кәрәк. Ағиҙел ярын нығытыу, төҙөкләндереү мөмкинлеге ҡаралды, шулай уҡ Затон күперенең икенсе сиратын һалыу зарур. Башҡорт дәүләт университетының уҡыу биналарын яңыртыу һәм яңы студенттар ҡаласығы төҙөү тураһында ла уйлашабыҙ, — тине Рөстәм Хәмитов.
Донъя кимәлендәге сәйәси сараға әҙерләнеү өсөн, әлбиттә, федераль ҡаҙнанан аҡса бүленәсәк. Әммә ошоға тиклем уның күләме тулыһынса билдәле түгел. Әле 2013 йылға финансты иҫәпләү бара. Халыҡ-ара саммиттарҙы үткәреүгә әҙерлек Мәскәүҙә лә башланған. Рәсәй Президенты ярҙамсыһы Юрий Ушаков етәкселегендәге эш төркөмө булдырылған.
ШОС һәм БРИКС саммиттарын ойоштороу менән Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов махсус шөғөлләнә. Ул республика министрлыҡтары һәм ведомстволарының был йүнәлештә алып барған эше тураһында һөйләне.
— Әҙерлек бара, әлбиттә. Тик әлегә тәҡдимдәр дөйөм характерҙа ғына. Саммиттарҙы уҙғарыу концепцияһы эшләнеп бөтөп килә, — тине Салауат Сәғитов. — Был саралар юғары кимәлдә булырға тейеш. Бының менән генә сикләнмәй, артабан эшләргә, бында ҡатнашыусы илдәрҙән мөмкин булғанса иҡтисади файҙа алырға ла кәрәк.
Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов баш ҡалала башҡарылған эштәр тураһында һөйләне.
— Алда беҙҙе бик ҙур бурыстар көтә. Әммә ҡурҡырға ярамай, барыһын да тормошҡа ашырырға була. Хәҙер беҙгә тиҙ һәм сифатлы итеп эшләргә кәрәк. Ике йыл буйы тырышһаҡ, һөҙөмтә күренәсәк, — тине Рөстәм Хәмитов.
Ә. ӘЙҮПОВА.