Стәрлетамаҡтар Изотовҡа ышаныс бағлай24.11.2012
Стәрлетамаҡ ҡала Советы Изотов Алексей Николаевичты контракт буйынса Башҡортостандың Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһына тәғәйенләргә ҡарар итте.

* * *
А.Н. Изотов 1973 йылдың 26 апрелендә Өфө ҡалаһында тыуған. Юғары белемле — Өфө дәүләт авиация техник университетын, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын, Стокгольм иҡтисад мәктәбен тамамлаған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген “Башкредитбанк”та башлай, Рәсәй Һаҡлыҡ банкында, Өфөләге “Башкиргазинвест” йәмғиәтендә яуаплы вазифалар биләй, 2004 йылда Стәрлетамаҡ нефть химияһы заводына башҡарма директор итеп тәғәйенләнә. 2007 — 2010 йылдарҙа — ошо заводта генераль директор. 2010 йылдан Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы булып эшләй.


Вернуться назад