Республика парламентының киләһе аҙнала үтәсәк пленар ултырышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаясаҡ. Был хаҡта Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Президиумының сираттағы ултырышында билдәле булды.
57-се ултырыштың көн тәртибенә шулай уҡ Башҡортостандың 2013 йылға һәм 2015 йылға тиклемге осорға социаль-иҡтисади үҫеше буйынса күҙаллауҙы раҫлау мәсьәләһе индерелде. Депутаттар республика буйынса эске эштәр министры Михаил Закомалдиндың төбәктә хоҡуҡ тәртибе торошо тураһындағы докладын да тыңлаясаҡ.
Байтаҡ яңы закон ҡабул итеү күҙаллана. Мәҫәлән, “Йорт хайуандары тураһында”, “Башҡортостан Республикаһы халҡының һаулығын һаҡлау тураһында”, “Мәғариф тураһында”, “Физик культура һәм спорт тураһында” республика закондарына үҙгәреш индереләсәк. Бынан тыш, Башҡортостандың 2013 йылға һәм 2014, 2015 йылдарҙағы план осорона бюджеты тураһында, 2013 йылға һәм 2014, 2015 йылдарҙағы план осорона республиканың Мотлаҡ медицина страховкаһы территориаль фонды бюджеты хаҡында ҡанундар икенсе һәм өсөнсө уҡыуҙарҙа ҡабул ителәсәк.
Артабан “Башҡортостан Республикаһы референдумы тураһында”, “Башҡортостан Президенты тураһында”, Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы тураһында” закондарға үҙгәреш индереү буйынса эш дауам итәсәк. Дөйөм алғанда, 57-се ултырыштың көн тәртибенә 40-тан ашыу мәсьәлә индерелде.
Ә. ИЛДУСОВА.