Яуланғанды һаҡлау ауырыраҡ23.11.2012
Яуланғанды һаҡлау ауырыраҡЛондонда үткән XIV Йәйге паралимпиада уйындарында рәсәйҙәр яулаған 36 алтын миҙалдың 12-һе беҙҙекеләр өлөшөнә тура килеүе билдәле.
Бығаса гелән Мәскәүҙә үткән Бөтә Рәсәй Паралимпия йыйылышының быйыл тап Өфөгә күсерелеүе беҙҙекеләрҙең эш тәжрибәһен өйрәнеүҙән ғибәрәт. Кисә баш ҡалабыҙҙа үткән ошо сараға илебеҙҙең төрлө төбәктәренән 60-тан ашыу делегат килде.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Марат Мәһәҙиев йыйылышта республикала спортты үҫтереүгә, балаларҙы, йәштәрҙе һау-сәләмәт тормош өлгөһөндә тәрбиәләү йәһәтенән маҡсатлы эш алып барылыуы хаҡында һөйләне. Рәсәйҙең Паралимпия комитеты Президенты Владимир Лукин паралимпиада спортын үҫтереүгә тос өлөш индергән бер төркөм шәхестәргә иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Унан Лондонда үткән ярыш һөҙөмтәләре хаҡында һөйләне, алда торған бурыстарға туҡталды.
— Дүрт йыл элек Пекинда уҙғарылған Паралимпиадала беҙ һигеҙенсе урында ғына инек. Лондонда икенсе урынға күтәрелдек. Рәсәй спортсылары 36 алтын, 38 көмөш һәм 26 бронза яуланы. Был — оло ғорурлыҡ. Шулай ҙа беҙгә өлгәшелгәндәр менән хушһынырға ярамай. Яуланғанды һаҡлауы күпкә ауырыраҡ икәнлеген онотмаҫҡа кәрәк. Хәҙер беҙҙе Сочиҙа, унан 2016 йылда Бразилияның Рио-де-Жанейро ҡалаһында үтәсәк уйындар көтә. Дәғүәселәребеҙ көслө, шуға ла күберәк Сочиҙа күнекмәләр үткәрергә кәрәк. Былар барыһы ла яҡшы һөҙөмтәләр бирер тип ышанам, – тине.
Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта республикалағы паралимпиада эшмәкәрлеге хаҡында һөйләне. Мәҫәлән, Юғары класлы спорт мастерҙары әҙерләү үҙәгендә 1986 йылдан инвалидтарҙы физкультураға йәлеп итеү йәһәтенән ҙур эш алып барыла. Спорт мәктәптәре, клубтар эшләй, йәштәрҙе тәжрибәле, үҙ эшенә мөкиббән тренерҙар күнектерә.
Йыйылышта ҡатнашыусылар фекер алышты, тәжрибә уртаҡлашты. Һуңынан Паралимпия комитетының 2010 – 2012 йылдарҙағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды, Лондонда үткән Олимпиада һәм Паралимпиада чемпиондары менән осрашыу булды.
И. ХАҠОВ.


Вернуться назад