Бала тип тормаҫтар— 12 йәшлек улым билетһыҙ килеш ҡала автобусында тотолған. Уға штраф һалғандар. Был дөрөҫмө?
Римма,
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.
— Рәсәй Федерацияһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 2.3-сө статьяһына ярашлы, административ яуаплылыҡҡа 16 йәше тулған кеше тарттырыла. Тимәк, балаға штраф һалырға ярамай. Әммә шул уҡ Кодекстың 11.18-се статьяһынан күренеүенсә, өлөшләтә административ яуаплылыҡҡа тарттырырға мөмкин. Уның буйынса, баланы билетһыҙ йөрөткән өсөн уға өлкән пассажирға ҡаралған штрафтың яртыһы һалына ала.
Паспортһыҙ ярамай— Паспорт алмаштырыу йәшем тулды, әммә быны эшләргә һаман “ҡул етмәй”. Миңә нисә һум штраф ҡаралған?
Хәмит,
Салауат районы.
— Был һорауға яуапты шулай уҡ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексынан эҙләргә кәрәк. Уның 19.15-се статьяһына ярашлы, шәхес танытмаһы (паспорты) булырға тейеш. Рәсәй Федерацияһы гражданы паспортһыҙ йәки ғәмәлдә булмаған паспортһыҙ йәшәһә, уға 1500-ҙән 2500 һумғаса штраф һалынырға тейеш. Әйткәндәй, был теркәүһеҙ йәшәүселәргә лә ҡағыла.
Сикләү бөттө— Элек хосусилаштырырға мөмкин булған ер участкалары һаны сикләнә ине. Был хаҡтағы закон һаман ғәмәлдәме?
Рәмил,
Шишмә районы.
— “Айырым күсемһеҙ милек объекттарына ябайлаштырылған тәртиптә граждандар хоҡуғын рәсмиләштереү мәсьәләһе буйынса Рәсәй Федерацияһының ҡайһы бер ҡануниәт акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы Федераль законға (№93-ФЗ, 30.06.2006 йыл) ярашлы, элек булған сикләүҙәр бөтөрөлдө. Хәҙер күпме теләйһегеҙ, шул тиклем ерҙе хосусилаштыра алаһығыҙ.