“Интерфакс” агентлығы сайтында төбәктәр һәм власть органдарының дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеү өлкәһендә ведомство-ара электрон хеҙмәттәшлекте файҙаланыуын оператив күҙәтеү буйынса махсус бүлек асылды.
Был сараларҙың маҡсаты — граждандарҙы һәм ойошмаларҙы төрлө урындарҙан белешмә йыйып йөрөү мәшәҡәттәренән ҡотҡарыу. Дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеү өсөн талап ителгән мәғлүмәттәрҙе ведомстволар үҙҙәре электрон бәйләнеш аша алырға тейеш.
Мәғлүмәт технологияларының власть органдары эшмәкәрлегендә ҡулланылыуын тәьмин итеү өсөн яуаплы хөкүмәт комиссияһының төбәктәрҙә ведомство-ара электрон хеҙмәттәшлек мәсьәләләренә арналған яҙмалары http://www.interfax.ru/spravkinet/regpersons.asp адресы буйынса урынлаштырылған. Сайтты ҡараусылар үҙҙәре йәшәгән төбәктең әлеге эш һөҙөмтәләре буйынса илдә нисәнсе урында тороуын, яуаплы етәкселәрҙең исем-шәрифен белә, ведомство-ара бәйләнеште файҙаланып, булған дәүләт хеҙмәттәре исемлеге менән таныша ала.
Оператив күҙәтеү һөҙөмтәләренә ҡарағанда, ил төбәктәре әлегә был эшмәкәрлек менән бик әкрен шөғөлләнә, ведомство-ара хеҙмәттәшлеккә өстән бер өлөшө генә күсә башлаған. Ҡануниәткә ярашлы, киләһе йылдың 1 июленә тиклем уларҙың барыһы ла эштең яңы ҡағиҙәләрен үҙләштерергә тейеш.
М. ДАЯНОВ.