14–18 ноябрҙә Турин ҡалаһында Башҡортостан Республикаһы көндәре үтте. Унда бер нисә осрашыу, Италияның ошо ҙур төбәгендәге халыҡты республикабыҙ менән таныштырыу сараһы булды. Һөҙөмтәлә киләһе йыл Өфөгә Пьемонт төбәге вәкилдәренең килеүе тураһында килешеүгә өлгәшелде.
Пьемонт — Италиялағы иң ҙур һәм үҙенсәлекле төбәктәрҙең береһе. Ул иҡтисади үҫеш буйынса илдә алдынғы урындарҙы биләй. Пьемонттың баш ҡалаһы Турин ҡасандыр Италия Республикаһының тәүге баш ҡалаһы булған, әле — илдең сәнәғәт, мәҙәниәт, туризм һәм спорт үҙәктәренең береһе. Төбәктең Башҡортостан менән оҡшаш яҡтары байтаҡ. Мәҫәлән, унда ла халыҡ һаны беҙҙәге кеүек, аграр өлкә үҫешкән, нефть эшкәртеү, химия, автомобилдәр эшләү тармағы бар. Пьемонтта Fiat, Pirelli, Martini & Rossi, Cinzano, Ferrero, Lavazza кеүек киң танылған компанияларҙың штаб-фатирҙары урынлашҡан.
Төбәктәге йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, Италия тәнҡитселәре ҡатнашлығында сара — Башҡортостан рәссамдарының күргәҙмәһе — республикабыҙ менән таныштырыусы ҙур программаны асып ебәрҙе. Монкальериҙа бер үк ваҡытта VISIONI DAL BASHKORTOSTAN (“Башҡортостандан ҡараш”) тип аталған фотовернисаж да эшләне. Урындағы телеканалда бер нисә көн дауамында республика тураһында былтыр Башҡортостанға сәфәр барышында төшөрөлгән видеофильм күрһәтелде.
Бынан тыш, республика делегацияһы урындағы власть вәкилдәре менән осрашты, VI Халыҡ-ара ҡышҡы балалар уйындары дирекцияһы ярҙамы менән Туриндағы спорт йәмәғәтселеге ҡатнашлығында Башҡортостандың спорт ҡаҙаныштары менән таныштырыу сараһы үтте. Иҡтисади хеҙмәттәшлек буйынса эшлекле осрашыуҙар, эшҡыуарлыҡ мәсьәләләре буйынса “түңәрәк өҫтәл” ойошторолдо. Унда республиканың инвестиция мөмкинлектәре, сауҙала хеҙмәттәшлек буйынса перспективалар менән таныштырҙылар.
Башҡортостан делегацияһына сәйәси һәм ижтимағи ойошмалар, ижади берекмәләр, Өфө, Бәләбәй һәм Октябрьский ҡалаларының эшлекле даирәләре вәкилдәре инде. Байрамды ойоштороуға республикабыҙҙың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге, VI Халыҡ-ара ҡышҡы балалар уйындары дирекцияһы, “Берҙәм Рәсәй”ҙең Йәш гвардияһы” республика бүлексәһе, Рәссамдарҙың ижади союзы, “Финанс Меркурий Маркет Групп” йәмғиәте, Башҡорт дәүләт университетының маркетинг һәм реклама кафедраһы ҙур тырышлыҡ һалды. Италия яғынан төп ойоштороусылар “Qualitaly” ассоциацияһы һәм Монкальери муниципалитеты булды.
Иҡтисади һәм мәҙәни хеҙмәттәшлекте артабан да һөҙөмтәле үҫтереү маҡсатында Пьемонтта Башҡортостан Республикаһының Италиялағы даими вәкиллеген асыуҙа ярҙамға әҙер булыуҙарын белдерҙеләр. Өфөлә лә ошо төбәктең вәкиллеген асыу мөмкинлеге ҡарала.
Программаны тормошҡа ашырыу барышында Өфөнән Туринға тура авиарейстар асыу, шулай уҡ Итальян йортон ойоштороу мәсьәләләре ҡаралды.
Гөлсәсәк ХАННАНОВА.