Сәлиә МЫРҘАБАЕВА: “Республика халҡы юридик ярҙамға мохтаж”21.11.2012
Сәлиә МЫРҘАБАЕВА: “Республика халҡы юридик ярҙамға мохтаж”Күп кенә граждандарҙың хоҡуҡи ярҙамға мохтажлығын Рәсәй Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева яҡшы белә. Яҡын арала ғына меңгә яҡын кеше депутатҡа мөрәжәғәт иткән. Быйыл 2 ноябрҙә Йылайыр районында халыҡты ҡабул итеү барышында тиҫтәләгән кеше ярҙам итеүҙе үтенде.

— Мөрәжәғәт итеүселәрҙең күпселеге юридик консультацияға мохтаж. Әйтергә кәрәк: халыҡтың хоҡуҡи белем кимәле түбән, шуға күрә һорауҙар ҙа бихисап. Кешеләр ҡайҙа, кемгә ярҙам һорап мөрәжәғәт итергә икәнен белмәй. Хоҡуғын белмәгәндәргә мәсьәлә хәл ителмәҫтәй тойола. Мөрәжәғәттәрҙән күренеүенсә, граждандар йыш ҡына уларҙың законлы мәнфәғәттәрҙе яҡларға тейешле дәүләт һәм муниципаль власть органдарын урап үтеп, федераль кимәлдәге депутатҡа килә, — ти Сәлиә Мырҙабаева.
Быйыл 15 ғинуарҙа “Рәсәй Федерацияһында түләүһеҙ юридик ярҙам тураһында”ғы 324-се Федераль закон көсөнә ингәйне. Ошо Закон Рәсәй төбәгендәге юридик ярҙам күрһәтеүгә бәйле мөнәсәбәттәрҙе көйләүсе закон актын ҡабул итеүҙе күҙаллай.
— Ил төбәктәрендәге власть органдары түләүһеҙ юридик ярҙамға хоҡуҡлы граждандар категорияларының исемлеген киңәйтеү, шулай уҡ ауыр хәлгә тарыған кешеләргә ашығыс ярҙам күрһәтеү тураһында ҡарар ҡабул итеү вәкәләтенә эйә. Төбәктәр дәүләт юридик бюролары ойошторорға, эшкә адвокаттарҙы һәм нотариустарҙы йәлеп итергә хоҡуҡлы. Дәүләт власы органдары һәм дәүләт учреждениелары үҙҙәренең вәкәләтенә ингән мәсьәләләр буйынса телдән һәм яҙма хоҡуҡи консультация бирә, шулай уҡ социаль ярҙамға, яҡлауға мохтажлыҡ кисергән кешеләргә ғаризалар, ялыуҙар, юлламалар, башҡа хоҡуҡи документтар тултырыуҙа булышлыҡ итә, судта, дәүләт һәм муниципаль органдарҙа, ойошмаларҙа кешенең мәнфәғәттәрен сағылдыра. Юридик клиникалар (вуздар ҡарамағында ойошторола) һәм дәүләткә ҡарамаған түләүһеҙ юридик ярҙам үҙәктәре бушлай хоҡуҡи ярҙам күрһәтеүҙең дәүләткә ҡарамаған системаһында ҡатнаша. Төбәк законын ҡабул иткәндә хоҡуҡи тәрбиәне лә, хоҡуҡи пропаганданы ла иҫәпкә алырға кәрәк. Закон квалификациялы юридик ярҙамға эйә булыу йәһәтенән ныҡлы ышаныс тыуҙырырға тейеш, — ти Сәлиә Мырҙабаева. Депутат әйтеүенсә, Федераль закондың көсөнә инеүе хаҡында күптәр хәбәрҙар. Әле күптәр Башҡортостанда бушлай юридик ярҙам алыу мөмкинлеге тураһындағы һорау менән мөрәжәғәт итә.
— Беҙ, республиканың Йәш эшҡыуарҙар ассоциацияһы етәкселеген йәлеп итеп, эшҡыуарҙар өсөн бушлай юридик консультациялар биреү сараһын дауам итәбеҙ. “Берҙәм Рәсәй” партияһы рәйесе Дмитрий Медведевтың Башҡортостандағы төбәк йәмәғәтселекте ҡабул итеү бинаһы эшмәкәрлегенең тәүге көндәренән үк халыҡҡа түләүһеҙ юридик ярҙам күрһәтә, юғары уҡыу йорттары ҡарамағында юридик клиникалар эшләй. Әммә бының менән генә сикләнеп ҡалырға ярамай, — тигән фекерҙә депутат. — Дәүләт һәм муниципаль кимәлдәге власть органдары халыҡҡа, айырыуса ауылда йәшәүселәргә юридик-хоҡуҡи ярҙам күрһәтеү буйынса эште әүҙемерәк алып барырға тейеш.
Депутаттың фекеренсә, ошо Федераль закондың тормошҡа ашырылыуын даими күҙәтеү, башҡа төбәктәрҙәге юридик бюроларҙың уңышлы эш тәжрибәһен өйрәнеү, уны республикала таратыу халыҡтың хоҡуҡи белемен арттырыу һәм көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеү мөмкинлеген бирер ине.
— Федераль закондың Башҡортостан Республикаһында тормошҡа ашырылыуы тураһындағы һорауыма яуап итеп, республика Прокуратураһы үҙе башҡарған эш хаҡындағы мәғлүмәтте тәҡдим итте. Минеңсә, уны өйрәнергә кәрәк. Төбәк халҡына түләүһеҙ юридик консультация биреү маҡсатында Башҡортостан Прокуратураһы халыҡты күсмә ҡабул итеү саралары уҙғара, “ҡыҙыу элемтә” даими ойошторола, 2 меңдән ашыу лекция, әңгәмә үткәрелгән. Баҫма матбуғат саралары һәм сайттар эшендә Прокуратура хеҙмәткәрҙәренең ҡатнашыуы, һорауҙарға яуаптар иң йоғонтоло алымдарҙың береһе булып ҡала. Бынан тыш, Прокуратура хоҡуҡи кәңәштәр бирә, ялыуҙар, ғаризалар яҙыуҙа булышлыҡ итә, — тип һүҙен йомғаҡланы депутат.

Белешмә

“Рәсәй Федерацияһында түләүһеҙ юридик ярҙам тураһында”ғы Федераль закон дәүләт һәм дәүләткә ҡарамаған бушлай хоҡуҡи ярҙам системаларын күҙ уңында тота. Төбәктәге йәшәү минимумы дәүмәленән түбәнерәк килемле ғаиләләр, шулай уҡ аҙ тәьмин ителгән яңғыҙ кешеләр дәүләттән квалификациялы юридик ярҙам алыуға иҫәп тота ала. Шулай уҡ I һәм II группа инвалидына, Бөйөк Ватан һуғышы ветеранына, Рәсәй, Советтар Союзы һәм Социалистик Хеҙмәт Геройына юридик ярҙамды бушлай күрһәтәсәктәр. Инвалид балалар, етемдәр йәки уларҙың вәкилдәре, бәлиғ булмаған тәртип боҙоусылар, суд тарафынан юридик хоҡуҡһыҙ тип танылған граждандар, шулай уҡ ҡайһы бер башҡа категориялар юрист хеҙмәтенән түләүһеҙ файҙаланырға хоҡуҡлы. Аҙ тәьмин ителгән граждандарға бушлай ярҙам күрһәтеү төрҙәре артты. Бындай ярҙам хәҙер социаль, һаулыҡ һаҡлау, күсемһеҙ мөлкәткә бәйле килешеүҙәр, торлаҡ, хеҙмәт һәм ғаилә, ҡулланыусы хоҡуҡтарын яҡлау өлкәләрендә күрһәтелә. Административ суд эштәрендә лә юридик ярҙам күрһәтеү тәртибе билдәләнгән.


Вернуться назад