Башҡортостан етәкселеге төбәккә инвестиция йәлеп итеү йәһәтенән әүҙем эшләүен дауам итә. Республика йортондағы кисәге осрашыу был эштең һөҙөмтәле булыуын сираттағы тапҡыр дәлилләне: Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Америка Ҡушма Штаттарының “Honeywell International” күп тармаҡлы сәнәғәт-технология корпорацияһының Рәсәй, Үҙәк Азия һәм Яҡын Көнсығыш илдәрендәге президенты Гилсдорф Норман менән аралашты.
Сарала Башҡортостан менән корпорация араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы меморандумға ҡул ҡуйылды.
— Берлектәге эш уңышлы булыр тип ышанам. Беҙгә яңы предприятиелар, етештереү объекттары кәрәк. Республикабыҙҙа эшегеҙ яйлы булһын өсөн барлыҡ шарттарҙы булдырасаҡбыҙ, — тине Рөстәм Зәки улы.
Башҡортостан Президенты артабан нефть химияһы, химия, газ, машиналар эшләү өлкәләрендә лә хеҙмәттәшлек итергә кәрәк тигән фекерҙә. Ул Америка компанияһының Башҡортостанда радиоэлектрон кластер булдырыуҙа ҡатнашыуын да күрергә теләй.
— Беҙҙә яңы завод-фабрикалар, хатта ҙур корпорациялар булдырыу өсөн бөтәһе лә — институттар, кадрҙар һәм инфраструктура — бар. Инвесторҙар өсөн уңайлы шарттар булдырыу йәһәтенән ил буйынса иң яҡшылар иҫәбендәбеҙ, — тине Рөстәм Хәмитов.
“Honeywell International” корпорацияһы ла Башҡортостан менән ике яҡлы бәйләнешкә әҙер, беҙгә ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙары ҙур. Әле ҡул ҡуйылған меморандумға ярашлы махсус эш төркөмө төҙөләсәк һәм ике яҡ өсөн дә файҙалы хеҙмәттәшлек юлдары асыҡланасаҡ.
— Беҙ әлеге ваҡытта “Гидравлика” асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән берлектә эш башларға әҙербеҙ. Ул авиадвигателдәр өсөн ярҙамсы көс ҡорамалдары етештереүгә һәм ремонтлауға ҡағыла. Беҙҙеңсә, проект бик ҡыҙыҡлы һәм ике яҡ та унан файҙа алыр тип ышанабыҙ, — тине Гилсдорф Норман.
Американың “Honeywell International” күп тармаҡлы сәнәғәт-технология корпорацияһы донъяның алдынғы 100 компанияһы иҫәбенә инә. Улар Рәсәй менән 1974 йылдан алып хеҙмәттәшлек итә. Корпорация аэрокосмик техника, авиация двигателдәре, автомобиль техникаһы, юғары һөҙөмтәле материалдар етештерә, биналарға технологик идара итеүҙе тәьмин итә.
Осрашыу һуңында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов:
— “Honeywell International” корпорацияһы кеүек компания менән бергә эшләү беҙҙе яңы маҡсаттарға әйҙәй, — тине.
Әлфиә ӘЙҮПОВА