Ыҙғышҡа ҡуҙ һалынмаймы?20.11.2012
Рәсәйҙең дәүләт милли сәйәсәте стратегияһы проекты буйынса фекер алышыу бара. Күптән түгел Мәскәүҙә үткән эксперт комиссияһы ултырышында Башҡортостан Фәндәр академияһы академигы, Өфө дәүләт авиация техник университетының философия кафедраһы мөдире, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының дәүләт власы органдары һәм граждандар йәмғиәте институттары менән бәйләнеш буйынса комиссияһы рәйесе Фәнил Фәйзуллин да ҡатнашҡан.

— Проектты төҙөгәндә Рәсәй төбәктәренән белгестәр ҡатнашмағанлығы шунда уҡ һиҙелә — унда милли телдәрҙе уҡытыу хаҡында бер һүҙ ҙә юҡ, — тине Фәнил Сәйет улы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының Совет ултырышында. — Әлеге сарала ла күпселекте ошо идея яҡлы кешеләр тәшкил итте. Мин, мәҫәлән, Башҡортостан менән Татарстандан саҡырылғандар араһында берҙән-бер вәкил булдым. Бүрәт Республикаһынан да килгәндәр ине, әммә улар ҙа — башҡа милләттән.
Фәнил Фәйзуллин, милли телдәрҙе уҡытыу мөһимлеген яҡлап сығыш яһап, беҙҙә башҡа милләттән булған ата-әсәнең 87-88 проценты балаһына башҡорт телен дәүләт теле рәүешендә уҡытыуға ҡаршы түгеллеге, республика халҡының йәш быуыны телде үҙ-ара тәржемәсеһеҙ аралаша алыу кимәлендә булһа ла белергә тейешлеге, бының урыҫ телен ҡыҫырыҡлауға, кәмһетеүгә килтермәүе хаҡында белдергән.
— Республикаларҙың дәүләт теле бөтә икән, улар үҙҙәре лә тарҡаласаҡ. Был Рәсәйҙең унитар дәүләткә әйләнеүен теләүселәргә генә ҡулай, — ти Фәнил Сәйет улы. — Һуңғы арала ошо йәһәттән хәүефкә һалған ваҡиғалар, сығыштар күбәйеп китте, һөҙөмтәлә милләт-ара ыҙғыш башланыуы ихтимал. Хәүефте булдырмаҫ өсөн һәр урында эш алып барыу мөһим.
Д. ИШМОРАТОВА.


Вернуться назад