Тарихты беҙ булдырабыҙ20.11.2012
Валерий СИДОРОВ, Башҡортостан сыуаштары канашының башҡарма комитеты рәйесе:
— Һәр район, ҡала йәки ауылдың абруйын лайыҡлы кешеләре булдыра. Хеҙмәтенә, ғаиләһенә айырыуса яуаплы ҡарағандар баһаланырға хаҡлы, минеңсә. Яҡшы өлгө күрһәткәндәр һәр саҡ иғтибар үҙәгендә булырға тейеш. Бөгөн һайлаған һөнәре өсөн бөтә күңеле менән янған, Бәләкәй Ватанын ысын күңелдән һөйгән шәхестәр тормошто алға һөйрәй.
“Яҡташтар” проекты арҡаһында кешеләр үҙ янында йәшәүселәрҙең эшмәкәрлеген һәм фиҙаҡәрлеген нисек баһаларға була икән тип уйлана башланы. Проект исемдәре лайыҡһыҙ онотолған шәхестәрҙе лә хәтергә төшөрәсәк.
Ә. ЭТҠОЛОВА.


Вернуться назад