Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Интернетта блог алып бара башлау менән яңы башланғысҡа бик күп чиновниктар ҡушылды. Халыҡ та әүҙемләште, сөнки был — власть менән ябай кеше араһында тиҙ арала бәйләнешкә инеү мөмкинлеге.
Республика парламенты спикеры Константин Толкачев та заман талабынан артта ҡалмай — ул әүҙем блогер. Константин Борисович аралашыуҙы Интернет менән генә сикләмәй. Ошо көндәрҙә ул республиканың Интернет-йәмәғәтселеге, ябайыраҡ итеп әйткәндә, блогерҙар менән осрашты.
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе блогерҙар менән икенсегә күрешә, быға тиклем февралдә ошондай уҡ осрашыу булғайны. Һөйләшеүҙә әсәләргә, һуғышта ҡатнашҡандарға һәм тыл хеҙмәткәрҙәренә социаль ярҙам, мәғариф өлкәһендәге реформа, закондар сығарыу эшмәкәрлеге, наркомания, алкоголизм, тәмәке тартыуҙы иҫкәртеү кеүек күп кенә көнүҙәк темалар күтәрелде.
— Беҙ үҙебеҙҙең эшмәкәрлекте мөмкин булғанса асыҡ ойошторорға тырышабыҙ. Республика закондарының үтәлешен күҙәтеү өсөн мөмкинлектәр ҙур түгел. Шуға граждандарҙың үҙаңы мөһим, ә бының өсөн закондар тураһында хәбәрҙар булыу кәрәк. Ошо тәңгәлдә һеҙҙең ярҙамға мохтажбыҙ, — тине Константин Толкачев.
102.жж.рф берләшмәһенең модераторы һәм “Башинформ” мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире Шамил Вәлиев, блогерҙар халыҡҡа республика ваҡиғалары тураһында һөйләүҙән тыш, власть органдары һәм закон сығарыусыларға үҙҙәре лә кәрәкле мәғлүмәт еткерә алһа ине, тигән тәҡдим менән сыҡты.
Һәр кемдә үҙ һорауын биреү, тәҡдимен әйтеү мөмкинлеге булды. Йәнле аралашыу мөхитендә уҙған бындай осрашыуҙы артабан даими үткәрергә кәрәк, тигән фекер менән таралыштылар унан.
Әлфиә ӘЙҮПОВА