14 декабрҙә Өфөләге “Нефтсе” мәҙәниәт һарайында Башҡортостандағы муниципаль берәмектәрҙең IV съезы үтәсәк. Унда урындағы үҙидара органдары эшенең өҫтөнлөклө йүнәлештәре ҡараласаҡ.
“Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәре советы” ассоциацияһының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, сарала шулай уҡ республикалағы урындағы үҙидара үҫешенә йомғаҡ яһаласаҡ, ассоциация идараһы ағзаларының эше баһаланасаҡ, үҫеш мәсьәләләре тикшереләсәк. Съезд барышында тематик күргәҙмә эшләйәсәк, урындағы үҙидара мәсьәләләрен сағылдырған методик әҙәбиәт һәм ваҡытлы матбуғат менән таныштырыу сараһы уҙғарыласаҡ.
IV съезға әҙерләнеү планы республика Президенты Хакимиәте етәксеһе Владимир Балабанов рәйеслегендәге тәүге ултырышта ҡаралды.
А. ХӘЛИЛОВ.