Матбуғатта “Рәсәй Хеҙмәт кодексының 261-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы Федераль закон донъя күрҙе. Ул инвалид балалы йәки күп балалы ғаиләлә ата-әсәнең береһе генә эшләһә, уны эштән бушатыуҙы тыя.
Башҡортостандағы Дәүләт хеҙмәт инспекцияһының бүлек начальнигы Ирина Свинтицкая әйтеүенсә, элегерәк бындай ҡағиҙә өс йәшкә тиклемге сабыйы булған ҡатындарға, шулай уҡ инвалид балалы яңғыҙ әсәләргә ҡағылды.
— Әүәлерәк закон буйынса атайҙар баланы яңғыҙ тәрбиәләгән осраҡта ғына эштән бушатылырға тейеш түгел ине. Былтыр декабрҙә Рәсәйҙең Конституция суды Хеҙмәт кодексындағы был норма ғаиләне, әсәлекте, атайлыҡты һәм балалыҡты яҡлауҙың конституцион принцибын боҙа тип таныны, сөнки илебеҙҙә атайҙар менән әсәйҙәр тиң дәүләт гарантияларына эйә, — тине Ирина Свинтицкая.
Яңы Законға ярашлы, ғаиләләге әсә эшләмәһә, күп балалы йәки инвалид балалы атай эштән бушатыла алмай. Эш биреүсе ойошма ябылған йәки ошондай категорияға ингән хеҙмәткәр тәртипте тупаҫ боҙған (сәбәпһеҙ эшкә сыҡмаған, иҫереп килгән) осраҡта ғына уның менән хеҙмәт килешеүен туҡтатырға хоҡуҡлы. Ә штаттың ҡыҫҡарыуына бәйле эштән бушатыу рөхсәт ителмәй.
Л. ДӘҮЛИЕВА.