Бөтә нәмә лә һатып алынмай...17.11.2012
“Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһы тормошҡа ашыра башлаған “Яҡташтар” проекты буйынса үҙенең фекерен Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та белдерҙе.

— Проекттың исеме үк һәйбәт. Идеяһы ла яҡшы — яныбыҙҙа йәшәгән кешеләр араһынан “беҙҙең заман геройҙары”н асыҡлау. Үҙ районы, республикаһы, иле мәнфәғәтендә әүҙем өлөш индереүселәрҙең исемен атарға тейешбеҙ. Көндәлек, башҡаларға артыҡ күренеп бармаған хеҙмәте менән геройҙарға әүерелгән икмәк үҫтереүселәр, уҡытыусы, табиптар һәм башҡалар бар икән — уларҙың исемдәрен барыһы ла белергә тейеш, — тине Рөстәм Зәки улы.
Уның фекеренсә, район, ҡала һәм республикабыҙ тарихын шәхестәр аша булдырырға кәрәк, сөнки тарихты аныҡ кешеләр, яҡташтарыбыҙ бар итә.
Проект сиктәрендә ойошторолған халыҡ һайлауы кемдең кешеләр хәтерендә йәшәүен һәм кем менән бөгөн ғорурланғаныбыҙҙы күрһәтәсәк.Шуның менән, Рөстәм Хәмитов фекеренсә, быуындар күсәгилешлелеген тәьмин итәсәкбеҙ.
— Бөгөн һәр эштә лә өҫтөнлөктәр билдәләгәндә төп урынға иҡтисади яҡ ҡуйыла. Бүләкләгән саҡта ла тәү сиратта матди дәртләндереү хаҡында һүҙ йөрөтәбеҙ. Ә бит элек-электән яҡшы эш, хеҙмәт батырлығы өсөн хөрмәт иткәндәр һәм өлгө итеп ҡуйғандар. Хөрмәтте, әхлаҡи бүләкте иһә бер ниндәй ҙә аҡсаға һатып алып булмай, — тине Президент.

* * *
— Проекттың маҡсаты — үҙ ауылында, ҡалаһында ихтирам һәм хөрмәт ҡаҙанған кешеләрҙе асыҡлау, — ти “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе етәксеһе Альберт Мифтахов.
Уның әйтеүенсә, бындай шәхестәрҙе халыҡ үҙе билдәләйәсәк. Республиканың һәр районында йәшәүсе кешеләрҙән һорау алыу ойоштороласаҡ. Бының өсөн волонтерҙар, ярҙамсылар ауылдар буйлап йөрөйәсәк. Анкеталағы һорау ябай: һеҙҙең район кем менән ғорурлана? Алты кешене атарға була: өсәүһе тарихта ҡалған, өсәүһе — замандаштар. Тауыш биреү барышы киң яҡтыртыласаҡ. Бер нисә айҙан һуң һөҙөмтәләр яһаласаҡ, еңеүселәр исемлеге гәзиттәрҙә баҫыласаҡ һәм телевидение аша әйтеләсәк. Әле иҫән булыусыларҙы тантаналы рәүештә ҡотлау ҙа ҡаралған.
— Был сәйәси проект түгел, уны социаль, мәҙәни тип әйтергә була. Хөрмәт ҡаҙанған шәхестәребеҙ киләсәк быуынға ни бары үҙ көсөң, аҡылың, ҡулдарың, башың һәм йөрәгең менән генә ихтирам ҡаҙанып булыуын дәлилләр. Был донъяла бөтә нәмәне лә һатып алыу мөмкин түгел, йәштәр ошоно аңларға тейеш, — тине төбәк бүлексәһе етәксеһе.
Ә. ИЛДУСОВА.


Вернуться назад