Иран тағы яҡыная16.11.2012
15 – 25 ноябрҙә баш ҡалабыҙҙа Иран сәнғәте көндәре үтә. Кисә М. Шолохов исемендәге Мәскәү дәүләт гуманитар университетының Өфөләге филиалында Иран рәссамдары менән берлектә ойошторолған күргәҙмә асылды.

Әйткәндәй, был әһәмиәтле сара сиктәрендә Уралда һәм Волга буйында йәшәгән халыҡтарҙың Октябрь революцияһына тиклемге яҙмаһын, сәнғәтен өйрәнеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтәсәк.
Башҡортостан һәм Иран халыҡтарының тарихында урталыҡтар бар: күпселек исемдәр оҡшаш, быуаттар төпкөлөнән килгән әкиәт-риүәйәттәрҙә лә бер үк эпизод осрай. Бынан бер нисә йыл элек күренекле башҡорт ғалимы Роберт Байымов «Авеста» исемле боронғо Иран әҫәре менән беҙҙәге Арҡайым араһындағы уртаҡлыҡтар хаҡында ғилми мәҡәлә яҙғайны. Был төбәктәр элек-электән аралашып, алыш-биреш итеп йәшәгән, тигән фекергә килгәйне профессор.
Өфөлә уҙғарылған Иран сәнғәте көндәре ике дәүләтте тағы ла яҡынайтыр, тигән фекерҙә ойоштороусылар.
А. АБҘАҠОВ.


Вернуться назад