Юрист кәңәштәре16.11.2012
Шакшаға күске килмәй...
— Һаумыһығыҙ. Беҙ Өфөләге Гоголь урамында урынлашҡан иҫке ағас йортта йәшәйбеҙ. Ул авария хәлендә тип табылды һәм оҙаҡламай емертелергә тейеш, беҙгә иһә яңы фатирҙар вәғәҙәләйҙәр. Күрше йорттағыларҙы күсерҙеләр ҙә инде. Әйтеүҙәренсә, уларға алмаш торлаҡты Шакша, Затон, Дим биҫтәләренән генә биргәндәр. Был дөрөҫмө? Әгәр минең ҡала үҙәгенән ситтә ятҡан биҫтәгә күскем килмәһә, улар мине көсләп сығарырға хоҡуҡлымы? Шулай уҡ күршеләребеҙ иркенерәк фатир эләкһен өсөн пропискаға сит кешеләрҙе ала башланы. Мутлашыуҙы белеп ҡалһалар, ниндәй яза янай?
Дарья, Өфө ҡалаһы.


— Һаумыһығыҙ! Һеҙҙе йортоғоҙҙан күсереү түбәндәге сәбәптәр буйынса тормошҡа ашырыла ала:
— дәүләт йәки муниципалитет ихтыяжы өсөн;
— капиталь ремонт йәки тулыһынса төҙөкләндереү талап ителгәндә (быны башҡарыу өсөн кешеләрҙе сығарыу мотлаҡ булһа) ;
— йәшәүгә яраҡһыҙ йорттарҙы торлаҡ фонды иҫәбенән төшөргәндә;
— емерелеү хәүефе янаған һәм тейешле тәртиптә авария хәлендә тип танылған, йәшәү өсөн яраҡһыҙ һәм йүнәтеп булмаған йорттарҙы емергән осраҡта;
— ҡаланың торлаҡ программаларына ярашлы.
Йортоғоҙҙо емерергә тип ҡарар сығарған осраҡта (авария хәлендәге йорттарҙан башҡа), властар бер йыл алдан унда йәшәгән һәр кемгә яҙма рәүештә был хаҡта хәбәр ебәрергә тейеш. Был ваҡытҡа ҡарата ерҙе тартып алыу һәм йортто емереү тураһындағы документтың теркәлгән булыуы мөһим. Ошо бер йыл ваҡыт эсендә торлаҡ йортто һатып алырға теләүсе булһа, ул милексенең ризалығы менән генә ғәмәлгә ашырыла.
Әгәр милексе икәнһегеҙ һәм йорттоғоҙҙо дәүләт йәки муниципалитет ихтыяжы өсөн емерергә теләһәләр, уны һеҙҙең ризалыҡ менән генә башҡарырға мөмкин. Мәҫәлән, һеҙ йәшәгән йорт урынында юл һалырға теләйҙәр, ти. Бер ниндәй ҙә аҡсаға риза түгелһегеҙ, күсеп китергә йыйынмайһығыҙ икән, закон буйынса властар юлды икенсе урындан һалырға йәки суд аша проблеманы хәл итергә тейеш.
Әммә йортоғоҙ авария хәлендә тип танылһа, унда йәшәүселәрҙе газ, һыу һәм утты һүндереп, сығып китергә мәжбүр итәсәктәр. Ябайыраҡ итеп әйткәндә, өйҙө емереү өсөн һеҙҙең ризалыҡты бер кем дә һорап тормаясаҡ.
Файҙа алырға теләгән кешеләр йорттарын емерергә йыйыныуҙары тураһында ишетеп ҡалыу менән, күберәк “квадрат” алыу маҡсатында, артыҡ кешеләрҙе пропискаға ала йәки юридик яҡтан ғаиләһен “бүлгеләй” башлай. Торлаҡ кодексында бындай осраҡтар өсөн саралар ҡаралған. Алдауға барыу асыҡланған хәлдә, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сираттан кәм тигәндә биш йылға төшөп ҡаласаҡһығыҙ.
Рәсәйҙең бер ниндәй законында ла “йортон емергән осраҡта кешегә шул уҡ райондан икенсе фатир бирергә тейештәр” тип яҙылмаған. Тимәк, үҙәктәге йортоғоҙҙо емереп, ҡаланың йыраҡта ятҡан районынан икенсене бирһәләр, был һеҙҙең хоҡуҡтарығыҙҙы боҙоу булып иҫәпләнмәй.


Вернуться назад