Республика халҡына дәүләт сәйәсәте, төбәктең социаль-иҡтисади һәм мәҙәни үҫеше тураһында мәғлүмәттәр еткереү, граждандарҙың мәғлүмәт алыуға конституцион хоҡуҡтарын тормошҡа ашырыу маҡсатында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов төбәктең башҡарма власть органдарына предприятиелар, учреждениелар, ойошмалар, ведомство ҡарамағындағы китапханалар, мәктәп учреждениелары, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт ойошмалары өсөн 2013 йылдың тәүге яртыһына матбуғат баҫмаларына, шул иҫәптән ижтимағи-сәйәси гәзит һәм журналдарға яҙылыуҙы ойоштороу бурысын йөкмәткән бойороҡҡа ҡул ҡуйғайны.
Документта республикалағы муниципаль берәмек башлыҡтарына матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы барышына контролде тормошҡа ашырыу, матбуғатты популярлаштырыуға, уға яҙылыуҙы әүҙемләштереүгә булышлыҡ иткән саралар үткәреүҙә редакцияларға бөтә яҡлап ярҙам күрһәтеү тәҡдиме индерелә.
Т. АҠМАНОВА.