Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе Марат Вахитов менән Башҡортостан буйынса эске эштәр министры Михаил Закомалдин берлектәге хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө.
Марат Вахитов әйтеүенсә, был килешеү республиканың ҡаҙнаһын тулыландырыуҙа ҙур әһәмиәткә эйә буласаҡ. Ә эске эштәр министры Михаил Закомалдин үҙ сығышында былай тине:
— Һалым ҡағиҙәләрен боҙоусылар өсөн полицияла иҡтисади енәйәттәргә ҡаршы көрәш бүлектәрендәге айырым хеҙмәттәр эшләй. Ике көслө ведомство нигеҙендә хәҙер эш тағы ла әүҙемерәк буласаҡ.
Һалым органдарының эске эштәр органдары менән берлектәге эшендә иң мөһим мәсьәлә – күсмә тикшереүҙәр. Был йәһәттән туғыҙ ай эсендә әллә күпме эш башҡарылған. 2012 йылда берлектә уҙғарылған тикшереүҙәрҙең һөҙөмтәһе һалым органдарының үҙҙәре генә үткәргәненә ҡарағанда 2,7 тапҡырға күберәк.
И. ҠОЛБАХТИНА әҙерләне.