Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Ауырғазы районында булды.
Талбазы ауылында республика етәксеһе үҙәк район дауаханаһындағы төҙөлөшө оҙаҡҡа һуҙылған хирургия корпусын ҡарап сыҡты. 2006 йылда объектта эш туҡтап ҡалған, биш йыл үткәс кенә, Рөстәм Хәмитовтың күрһәтмәһе буйынса ул яңыртылған. Рөстәм Хәмитов объектта биҙәү эштәрен һәм ҡорамалдар менән йыһазландырыуҙы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә аҙағына еткереү бурысын ҡуйҙы.
Талбазыла яңы хирургия блогы төҙөүгә ихтыяж Өфө менән Стәрлетамаҡ араһында “фажиғәләр медицинаһы” профиле буйынса бер генә учреждение ла булмауға бәйле. Тәүлегенә оло юлдан 10-11 мең самаһы машина үтә. Табиптар билдәләүенсә, хирургия бүлексәһенә эләккән кешеләрҙең 85 процентын юл-транспорт ваҡиғаһында имгәнеүселәр тәшкил итә.
Рөстәм Хәмитов бында функциональ диагностика, рентген кабинеттарын, палаталарҙы, операциялар блогын һәм реанимация залын ҡарап сыҡты. Республика Президенты төҙөлөштәге етешһеҙлектәргә иғтибар итте һәм уларҙы төҙәтергә ҡушты.
— Быйыл хирургия корпусын сафҡа индерергә кәрәк, — тип һүҙен йомғаҡланы Башҡортостан Президенты.
Талбазы ауылы эргәһендә республика башлығы “Тәбиғәт” дәүләт унитар предприятиеһының ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигонында булды. Майҙансыҡ 19 йылға иҫәпләнгән. Әле бында бөтә ҡалдыҡтың 90 процентын ергә күмәләр, ҡалғандарын сортҡа айырып, ҡайтанан эшкәртеүгә оҙаталар. Киләсәктә был эште әүҙемләштерергә ниәтләйҙәр.
Артабан Рөстәм Хәмитов кирбес сығарыу буйынса ҙур предприятие төҙөлөшөн баһаланы. Ул 2008 йылда һалына башлаған, әммә иҡтисадтағы көрсөк объектты билдәләнгән ваҡытта сафҡа индереүгә ҡамасаулаған. Заводтың проект ҡеүәте йылына 80 миллион тонна кирбес тәшкил итә. Яңы производство 300 кешене эш менән тәьмин итеү мөмкинлеген бирәсәк. Инвестиция проектының хаҡы — 1,3 миллиард һум. Әле заводта ҡорамалдар монтажлана.
Республика Президенты сеймал базаһы менән ҡыҙыҡһынды. Предприятие етәкселәре билдәләүенсә, был мәсьәлә буйынса борсолорға урын юҡ. Сеймал бер нисә саҡрым алыҫлыҡта ятҡан карьерҙан ташыласаҡ. Ундағы балсыҡ тупламы 25 миллион тоннаға етә.
Яңы производство Башҡортостанда кирбес хаҡын көйләү мөмкинлеген бирәсәк. Белгестәрҙең мәғлүмәтенә ҡарағанда, республикала кирбес Мәскәүҙәгегә ҡарағанда 1,5 һумға ҡиммәтерәк. Төҙөлөш материалдары етештереүҙе арттырыу өсөн сеймал етерлек булһа ла, Башҡортостанда 1994 йылдан бирле бер кирбес заводы ла сафҡа индерелмәгән.
Яңы завод төҙөлөшөн ҡарағанда Рөстәм Хәмитов, республика инвесторҙарға предприятиены ғәмәлгә индереүҙә ярҙам күрһәтәсәк, тип билдәләне. Яҡынса иҫәп-хисап буйынса, көн һайын объекттан 60-лап ҙур йөк машинаһы йөрөйәсәк. Шуға күрә Башҡортостан Президенты ошондай эштәр менән шөғөлләнгән дәүләт комитетына кирбес алынған урындан “Өфө — Ырымбур” трассаһына тиклем Талбазыға инмәгән урау юл һалырға ҡушты.
— 2013 йылдың йәйенә заводты сафҡа индерергә кәрәк, — тине Рөстәм Хәмитов.
Каменка ауылында Башҡортостан етәксеһе былтыр асылған артезиан һыуы сығарыу предприятиеһында булып, технологик цикл менән танышты. Һыу скважинанан иң элек фильтр-блоктарға, унан һуң һаҡлау резервуарҙарына үтә. Тәүлегенә 15 мең литрға тиклем минераль һыу ҡойола.
Л. ДӘҮЛИЕВА.