Бөгөн Рәсәйҙә етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған һәр балаға эшкә яраҡлы бер мең өлкән кеше тура килә. Һандарҙан күренеүенсә, илебеҙҙә балалар йорттарын бөтөрөү өсөн мөмкинлек бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, атай-әсәй булырҙай бер мең һау-сәләмәт кеше араһынан етемһерәгән сабый күңелен йылытырҙай икәүҙе табыуы ғына ҡыйын.
Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Павел Астахов Башҡортостандағы эш сәфәрендә, ҡайҙа ғына осрашыу уҙғармаһын, етемдәр мәсьәләһен иғтибар үҙәгенә сығарҙы.
— Беҙгә алдағы биш-алты йылда баланың ғаиләлә тәрбиәләнеүгә хоҡуғын тормошҡа ашырырға кәрәк. Бөгөн 150 мең сабый атай-әсәйле булыу тураһында хыяллана, сөнки һәр кем, тәбиғәт ҡушҡанса, ғаилә усағына тартыла. Үҙ ғүмеремдә барлығы 1021 балалар йортонда булдым һәм уларҙың иң яҡшыһында ла кескәйҙәрҙең оло тормошҡа яраҡлашмай үҫеүенә инандым, — тине Павел Астахов журналистар менән осрашыуында, эш сәфәренә йомғаҡ яһап.
Республикабыҙҙа саҡта Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил "Мәрхәмәт" балалар үҫеше үҙәгендә булды. Мәрхәмәтлек фонды аҡсаһына булдырылған үҙәктә 200 "үҙенсәлекле" баланың физик мөмкинлектәрен үҫтерәләр. Республикала йәнә 600 бала ошондай ярҙамға мохтаж. Павел Астахов 1000 балаға иҫәпләнгән реабилитация үҙәген асырға кәрәклеген билдәләне.
Вәкил шулай уҡ Өфөнөң "Изгелек" ҡатын-ҡыҙға ярҙам итеү үҙәгендә булды. Күптән түгел сабыйы донъяға килгән йәки ошо ваҡиғаны көткән, әммә таяныр кешеләре һәм барыр урыны булмаған әсәләр бында яҡлау тапҡан. Белгестәрҙең әйтеүенсә, быйыл баш ҡалала 41 сабыйҙан баш тартҡандар, биш йыл элек был һан 110 булған. Павел Астаховтың фекеренсә, тәжрибәне республиканың башҡа ҡала һәм райондарына таратырға кәрәк.
Ҡунаҡ 2010 йылда асылған Бала йортоноң уңыштарына ла һөйөндө. Былтыр унда ата-әсәһе баш тартҡан 132 сабый ҡабул ителгән, 78 процентын хәстәрлекле кешеләр үҙ ҡосағына алған. Быйыл 13 сабый кире үҙ ата-әсәһенә ҡайтарылған. Сабыйынан баш тартҡан кешеләр менән бәйләнеште өҙмәү — Бала йортоноң үҙенсәлекле һәм һөҙөмтәле эш алымы.
Н. ХӘСӘНОВА.