Терроризм –заман бәләһе10.11.2012
Быға тиклем күңел өшөткөс хәбәрҙәрҙе Кавказ яғынан ишетеп өйрәнгәнгәме, ут күрше Татарстандағы хәлдәр уйландырҙы ғына түгел, хатта хафаға һалды. Нисек кенә булмаһын, ошоғаса Рәсәйҙең үҙәгендә дин әһелдәренә һөжүм итеүгә, йә иһә бер ғәйепһеҙ кешеләргә ҡаршы ниндәйҙер хаслыҡ әҙерләүгә юл ҡуйылғаны юҡ ине әле...

Ғөмүмән, заман афәтенә әүерелгән терроризм берәүҙе лә аямай: ниндәйҙер идеяларға табынған фанаттарға ғүмер түгел, маҡсат мөһим. Улар өсөн ҡәҙимге кешелек ҡиммәттәре – буш ғәмәл, үҙ хәҡиҡәттәре генә – хәҡиҡәт. Феноменды өйрәнеүсе ғалимдар уның шартлы алты төрөн билдәләй: милләтселек, дини нигеҙҙәге, дәүләт ярҙамында үҫешкән, һул һәм уң экстремистар, анархистар терроризмын бүлеп ҡарарға мөмкин.
Белмәгәндең беләге тыныс, тип әйтәләрме әле? Тап шулай: халыҡ ниндәйҙер хәүеф янауы тураһында, ғәҙәттә, уйлап та бирмәй, ҡурҡыныс хәлдең уның менән түгел, тик башҡалар менән генә булыуы ихтимал, тип иҫәпләй.
Бер мәл шулай әхирәтем менән баш ҡалалағы сауҙа үҙәктәренең береһендә сәй эсергә туҡтаныҡ. Әңгәмәләшкән ыңғайы радио аша итәғәтле генә ҡатын-ҡыҙ тауышының халыҡтан бинанан сығыуҙы үтенгәнен аңғарҙым. Әхирәткә: “Сыҡтыҡ тиҙерәк. Ут һүнә ҡалһа, тапалыш башланыр. Бында эскалаторҙан башҡа юл юҡ”, – тимен. Аңғармағандар (ә улар байтаҡ ине) өҫтәл артында ултырып ҡалды, бәғзеләр магазин ҡыҙырыуын дауам итте. Әммә ишеткәндәр ҙә бихисап икән: эскалатор янында тығын хасил булғайны. Беҙ тышҡа сыҡҡансы бер нисә минут үтеп тә китте. Ысын хәүеф янаған осраҡта ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыттың ғүмергә торошло икәнен уйлағандар булдымы икән? Һәр хәлдә, иҫкәртеүҙе шаярыуға бороусылар, күңел асыусылар ҙа юҡ түгел ине. Икенсе яҡтан, шундай ҙур сауҙа үҙәге төҙөп тә, уның барлыҡ баҫҡыстарын бикле тотоуҙың, халыҡ өсөн бер эскалаторҙан башҡа сығыу юлы булмауының фажиғәгә тиңлеген ҡалын кеҫәле магазин хужалары уйлаймы һуң? Ошо хәлде оҙаҡ онота алмай йөрөнөм. Ә тревоганы ысын иғлан иттеләрме, әллә күнекмә үткәрҙеләрме – уныһын белә алманым.
...Быйыл Төньяҡ Осетияның Беслан ҡалаһында булған ҡот осҡос ваҡиғаларға һигеҙ йыл тулды. Хәтерегеҙҙәлер, 2004 йылдың 1 сентябрендә бер төркөм ҡәбәхәт мәктәпкә байрам айҡанлы йыйылған балаларҙы, уҡытыусыларҙы, ата-әсәләрҙе – йәмғеһе 1100 кешене әсиргә алғайны. Ике көн ярымға һуҙылған мәхшәр ҡала халҡы өсөн ысын мәғәнәһендә тамуҡҡа әүерелде. Террорсыларҙың вәхшилеге һөҙөмтәһендә 334 кеше, шул иҫәптән 186 бала һәләк булды. 27 террорсы үлтерелде, тере килеш ҡулға алынған берҙән-бер енәйәтсе Нур-Паши Кулаев ғүмерлеккә тимер рәшәткә артына оҙатылды.
Америка Ҡушма Штаттарында тормош 2011 йылдың 11 сентябренә тиклемге (Бөтә донъя сауҙа үҙәген террорсылар шартлатҡан көн) һәм унан һуңғы осорға бүленде, тип әйтһәләр, Рәсәйҙә Беслан фажиғәһе күп ғәмәлдәргә икенсе күҙлектән ҡарарға өйрәтте! Мәғариф учреждениелары – балалар белем алған изге урын – хәүефтән һаҡланмаған тармаҡ икәнлеге асыҡланды. Аяныслы хәлдән һуң (эш үткәс!) Терроризмға ҡаршы милли үҙәк ойошторолдо, ҡануниәт ҡатыланды. Мәғариф учреждениеларын һаҡлау системаһы нығытылды. Әммә... Ғәҙәттә, беҙҙең илдә тәүге осорҙа шаулап алалар ҙа аҙаҡ уй-ниәттәр онотола...
Хәйер, күрше Татарстандағы хәлдәр йәмәғәтселекте уйланырға һәм уяуыраҡ булырға мәжбүр итте. Әммә терроризм тигән афәтте тамырынан ҡоротоу үтә ауыр, ҡәбәхәттәр тыныс халыҡҡа ҡаршы һөжүм ойоштороуҙың төрлө ысулын барлай.
Ҡәләмгә тотонор алдынан яҡын-тирәләге төрлө мәктәп-баҡсаларҙы урап сығырға булдым. Балаларға бәйле учреждениеларҙа уяулыҡҡа баҫым яһайҙармы, хәүефһеҙлек кимәле ниндәй? Уҡыу йорттарының адресын атамайым – ундағы етәкселек хәлде былай ҙа яҡшы беләлер. Әммә гәзит уҡыусыларға уйланырға урын бар.
Өлкән улым уҡыған гимназия биләмәһендә видеокүҙәтеү камералары, ингән ерҙә махсус турникеттар ҡуйылған – был сығымдарҙың ниндәйҙер өлөшө ата-әсә кеҫәһенә лә ҡағылды. Әммә һөҙөмтә бармы? Уҡыу йортона ингән урын тығыҙ, коридор тар. Быға һис тә аптырарға түгел, сөнки бина әллә ҡасан төҙөлгән, меңдән ашыу балаға, ике сменала уҡытыуға иҫәпләнмәгән. Ишек төбөндә һаҡсы ултыра, алдындағы өҫтәлдә – монитор. Унда мәктәп тирәләй ҡуйылған камераларҙағы күренеште ҡарарға була. Әйткәндәй, быларҙың барыһы ла уҡыусыларға, уҡытыусыларға һәм мәктәпкә килгән ҡунаҡтарға ла күренә. Ҡуйылған турникеттарҙың береһендә йәшел ут һәр ваҡыт яна – тимәк, уҡыу йортона теләгән һәр кем инә ала.
Сменалар алмашҡан ваҡытта, балаларҙы ата-әсәләре дәрестән ҡаршы алғанда, өҫтәмә күнекмәләргә килтергәндә, тар коридорҙа ығы-зығы көслө була: кемдер инә, кемдер сыға... Һәр береһенең ҡулында – кейем-һалым, алмаш аяҡ кейеме һалынған пакет. Ҡыҫҡаһы, был мәхшәрҙә шикле ниәт менән йөрөгән кешене айырыу бик ҡыйын. Ә һаҡсы бошонорға уйламай ҙа – тауыш-тынһыҙ ултыра бирә.
Алты йәшлек улым йөрөгән балалар баҡсаһындағы тәртип миндә айырыуса күп һорау тыуҙыра. Уның ишеге генә түгел, урам ҡапҡаһы ла һәр ваҡыт асыҡ. Үҙ күҙем менән күргәнем бар: шикле әҙәмдәр баҡсанан йыраҡ түгел сиҙәмдә кәйеф-сафа ҡорорға ярата. Ишектә төймә булһа ла, уның бикле торғанын хәтерләмәйем. Һаҡсы – оло йәштәге итәғәтле апай. Әммә, бер-бер хәл булһа, уның енәйәтсегә ҡаршы торорлоҡ хәле булыуына шикләнәм.
Танышым ҡала үҙәгендәге абруйлы мәктәптә эшләй. Бында күптән түгел ремонт яһағандар, фойеһы иркен, яҡты. Балалар шау-гөр килә, ата-әсәләр бәләкәстәрҙе көтөп ултыра. Кеше күҙенә салынмайынса үтеп китеү мөмкин түгел, иллә-мәгәр мин танышыма килдем тигәс, исем-шәрифемде һорап, мәктәпкә тотҡарлыҡһыҙ ғына үткәреп ебәрҙеләр. Коридор буйлап рәхәтләнеп йөрө, әйҙә!
Йортомдан йыраҡ булмаған балалар баҡсаһына инә алманым – бикле ине. Төймәгә баҫтым – ишекте сал сәсле әбей асты (әллә бөтөн баҡсаларҙағы һаҡсылар оло йәштәге ханымдар инде?). “Баланы баҡсаға урынлаштырыу мәсьәләһе менән килгәйнем”, – тип әйтеүемә, әбей: “Мөдир юҡ. Алдан шылтыратып килегеҙ”, – тип танау төбөндә ишекте шаҡылдатып ябып та ҡуйҙы.
Ҡәҙимге ҡала мәктәптәренең береһенә лә инеп сыҡтым. Яңы бинала урынлашҡан мәктәп дүрт ҡатлы, заман заңына ярашлы төҙөлгән. Бында ят кешене шунда уҡ таныйҙар, буғай: ишекте асып, эскә атлауым булды, “Һеҙ ҡайҙан, кемгә?” – тигән һорау менән бүлмәһенән һаҡсы килеп тә сыҡты. “Баланы беренсе класҡа әҙерлек төркөмөнә яҙҙырырға ине”, – тип күҙ ҙә йоммай алдайым. Һаҡсы бер ҙә аптыраманы, уҡытыусылар бүлмәһенең ҡайҙа икәнлеген тәфсирләп аңлатып, үткәреп ебәрҙе. Эскә ингәс, һөйләшеп сығырға тура килде – маҡсатым бөтөнләй икенсе, ә баламдың күптән күрше мәктәптәге төркөмгә йөрөгәнен әйтеп тормайым бит инде.
Бәләкәй генә тәжрибә шундай фекер тыуҙырҙы: беҙҙә халыҡ киң күнелле, ихлас, ҡайһы саҡта артыҡ бошмаҫ та. Ипле, итәғәтле һөйләшкән кешене теләгән бер урынға индереүҙәре ихтимал. Ә әҙәмдең башындағы уйын ярып ҡарап буламы һуң?
Бөтәһе лә Аллаһы Тәғәлә ҡулында, әлбиттә. Һәр кем тәҡдиренә ни яҙған, шуны күрә. Шулай ҙа балалар тәрбиәләнгән учреждениеларҙа иғтибарлыраҡ һәм уяуыраҡ булыу мотлаҡ.
Гүзәлиә Балтабаева


Вернуться назад