Дуҫтар! Һеҙҙе борсоған һорауҙарға танылған юрист Таһир МАНСУРОВ яуап бирә. Уға мөрәжәғәт итеү өсөн һорау@mail.ru электрон адресына хат яҙып ебәрергә йәки телефон аша редакцияның дәүләт һәм хоҡуҡ бүлегенә (272-35-20) шылтыратырға мөмкин.
Ваҡыт үтһә лә һуң түгел— Һаумыһығыҙ! Шундай һорауым бар: вафат булған ирем минең исемгә мираҫ ҡалдырҙы. Унан һуң өс йылдан ашыу ваҡыт уҙҙы. Теге саҡ мираҫты юлламағайным, хәҙер алып буламы икән?
Дилбәр, Бөрө ҡалаһы.
— Эйе, бындай хоҡуғығыҙ бар. Ҡануниәт менән васыятты алыу өсөн алты ай ваҡыт билдәләнгән. Рәсәй Гражданлыҡ кодексының 1153-сө статьяһында был хаҡта яҙылған. Бының өсөн нотариусҡа ғариза бирергә кәрәк. Ул ғариза мираҫ ҡалдырыусы вафат булғандан һуң алты айҙан һуңыраҡ булмаған ваҡыт эсендә яҙыла. Был эште ғаризанан тыш тағы бер нисә юл менән эшләргә мөмкин:
— мираҫҡа ҡалдырылған милек менән файҙалана йәки идара итә башлау;
— милекте һаҡлап ҡалыу өсөн сара күреү, уны башҡа кешеләрҙең дәғүәселегенән яҡлау;
— милекте үҙ иҫәбеңә аҫрау буйынса эштәр башҡарыу;
— мираҫ ҡалдырыусының бурыстарын ҡаплау йәки башҡаларҙан уға тип тәғәйенләнгән аҡсаһын алыу.
Ысынбарлыҡта, мираҫты ҡабул итеп алыусы тип уның менән бер фатирҙа йәки йортта йәшәгән кеше лә иҫәпләнә ала (ул вафат булған ваҡытта бергә йәшәргә тейеш). Был осраҡ теркәү тураһындағы справка менән дәлилләнә. Башҡа осраҡтар дәлилләүҙе талап итә һәм нотариустар мираҫ ҡабул итеп алыу тураһындағы суд ҡарарын һорай.
Бынан тыш, мираҫ алыусы ғәфү итерлек сәбәп буйынса ҡабул итеп алыу ваҡытын үткәреп ебәрһә, суд аша был хоҡуҡты тергеҙергә була.
Мөхәббәт өсөн дә миҙал бар— “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” тип аталған миҙал барлығын ишеттем. Мин — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, миҙал-ордендар менән бүләкләнгәнмен, “Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән исемем бар. Ҡатыным менән ғүмер буйы бергә татыу йәшәнек, биш бала тәрбиәләнек. Был миҙалды нисек һәм кем юллай, уға лайыҡ булыу өсөн ниндәй сифаттарға эйә булырға кәрәк?
Рәфҡәт ағай,
Ейәнсура районы.
— Рәсәй Федерацияһында Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөн уҙғарыу буйынса ойоштороу комитеты 2008 йылда “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалы тураһындағы положениены раҫлай. Уға ярашлы, был миҙал менән 25 йылдан ашыу никахта торған, мөхәббәт һәм тоғролоҡҡа нигеҙләнгән, ғаилә ҡиммәттәренең ныҡлылығы менән башҡалар араһында танылыу яулаған, хеҙмәттәре менән именлеккә өлгәшкән һәм лайыҡлы балалар тәрбиәләгән ғаилә парҙары бүләкләнә ала. Бүләкләү йылына бер тапҡыр 8 июлдә — Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә ойошторола.
Миҙалдың бер яғында байрамдың символы — ромашка сәскәһе, икенсе яғында изгеләр Петр һәм Феврония йөҙҙәре һүрәтләнгән. Парҙарға ҡиммәтле бүләктәр ҙә тапшырыла, уны урындағы властар һәм ойоштороусылар билдәләй. Номинанттарҙы билдәләү “аҫтан өҫкә” принцибы буйынса башҡарыла:
1) муниципалитет башлыҡтары төбәк башлығына дәғүәселәрҙе тәҡдим итә;
2) төбәк башлыҡтары иң лайыҡлы тип тапҡандарын федераль кимәлгә тәҡдим итә;
3) бүләкләү төбәк һәм федераль кимәлдә ойошторола.
Миҙал йәмәғәт наградаһы һанала, һәм уның буйынса бер ниндәй ҙә льготалар ҡаралмаған.