Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһы төбәк бүлексәһенең “Яҡташтар” проекты киң танылыу яуланы. Республика Президенты Рөстәм Хәмитов Республика йортонда үткән агросәнәғәт комплексының алдынғы вәкилдәрен бүләкләү тантанаһында, проект менән таныштырып, уға юғары баһа бирҙе.
— “Берҙәм Рәсәй” яңы проектты ғәмәлгә индереү тураһында хәбәр итте. Исеме лә күркәм — “Яҡташтар”, — тине Президент. — Эргәбеҙҙә йәшәгән кешеләр араһынан заманыбыҙҙың ысын геройҙарын, үҙ районы, республика, бөтә ил тормошона ҙур өлөш индергән кешеләрҙе һайлау идеяһы — бик яҡшы. Көндәлек тормошта әллә ни айырылып тормаған уҡытыусылар, табиптарҙың исеме, әгәр лайыҡ икән, танылырға тейеш. Беҙгә һәр район, ҡала тарихын айырым шәхестәр йөҙөндә сағылдырырға кәрәк, сөнки тарихты аныҡ кешеләр, яҡташтарыбыҙ, тыуған яғының ысын патриоттары кәүҙәләндерә. Ватансылыҡ атайсалға һөйөүҙән башлана. Проект кешеләр хәтерендә ҡәҙерләп һаҡланған, ғорурлығыбыҙҙы тәшкил иткән шәхестәрҙе асыҡлауға булышлыҡ итәсәк. Ошо рәүешле быуындар бәйләнеше һәм күсәгилешлелеге нығыясаҡ, ә был — бик мөһим бурыс. Әле өҫтөнлөктәрҙе билдәләгәндә иң элек һәр эштең иҡтисади яғына әһәмиәт бирелә. Шул уҡ ваҡытта һәр дәүерҙә кешене ниндәй ҙә булһа батырлығы өсөн ихтирам иткәндәр, өлгө итеп ҡуйғандар. Был ихтирам — әхлаҡи баһа, бүләк. Уны аҡсаға һатып алып булмай. Минеңсә, йәмәғәтселектә танылыу яулау матди байлыҡҡа ҡарағанда мөһимерәк.
Рөстәм Хәмитов “Яҡташтар” проектын “ваҡытында ҡабул ителгән мөһим документ” тип атаны һәм уны ихлас хуплауы тураһында белдерҙе.
Ғ. ХӘБИРОВ.