Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының республикалағы һәр райондың тарихын айырым шәхестәр йөҙөндә сағылдырыуға йүнәлтелгән проектын йәмәғәт ойошмалары, милли-мәҙәни үҙәктәр хуплап ҡаршы алды.
Елена РОДИНА, Башҡортостан урыҫтары соборы ағзаһы, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты:
— Проектты хуплайым. Йәнле, ә иң мөһиме — ваҡытлы тип уйлайым. Минеңсә, уның киләсәге бар, урындағы халыҡ проектты тиҙ арала эләктереп алыр, әүҙем ҡатнашыр һәм уға яңынан-яңы һулыш өрөр, моғайын. Беҙҙең милли республика өсөн ул айырыуса көнүҙәк. Үҙебеҙгә генә хас менталитет, йолалар, башҡа халыҡтарҙың мәҙәниәтенә ихтирам һәм иғтибар тойғоһо бар. Республика халҡы былай ҙа яҡташлыҡ принцибы буйынса ойошҡан. Райондарҙа, ауылдарҙа йәшәүселәр араһында бөтөн төбәк ғорурланған, балаларына өлгө итеп ҡуйылған кешеләр бихисап. Ундайҙарҙың был донъянан киткәндәренә хәтер, исемен мәңгеләштереү тураһында уйларға, ә иҫәндәренә хөрмәт һәм ихтирам кәрәк. Шәхестәрҙе милләтенә бүлеп ҡарарға ярамай. Беҙҙең республикала һәр милләт вәкиле араһында ла лайыҡлы, күркәм кешеләр бар. Шул уҡ ваҡытта ситтән килгәндәрҙе лә онотмайыҡ. Уларҙы ла проектҡа әүҙем йәлеп итергә кәрәк.
Ә. ӘЙҮПОВА.