Өҫтөнлөклө йүнәлештәр кәрәк09.11.2012
Кисә Башҡортостанда өҫтөнлөклө инвестиция проекттарын ҡарау һәм уларға булышлыҡ итеү буйынса Хөкүмәт комиссияһы ултырышы булды. Уны Премьер-министр урынбаҫары Евгений Маврин алып барҙы.

Тәүҙә Е. Маврин “Кроношпан Башҡортостан” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә, М. Ғафури исемендәге Башҡортостан ҡошсолоҡ комлексына өҫтөнлөклө инвестиция проекттары реестрына индереү хаҡында сертификаттар тапшырҙы.
Ултырышта “Дыуан районындағы Аяз нефть ятҡылығын үҙләштереү” өҫтөнлөклө инвестиция проектына ярҙам күрһәтеү, Бүздәк ауылында ҡыяр үҫтереү теплицаһы, Күгәрсен районында ҡиммәтле тиреле йәнлектәр үрсетеү, Бөрөлә бойҙай эшкәртеүсе элеватор төҙөү, Баймаҡ механика заводында ҡорос ҡойоуҙы ойоштороу мәсьәләләре тикшерелде.
И. ХАҠОВ.


Вернуться назад