Илдәге сәйәси ваҡиғалар тураһында ҡайҙан ишетәһегеҙ? Мин иһә — йышыраҡ йәмәғәт транспортында. Бынан бер нисә көн элек кис шығырым тулы автобусҡа ултырҙым. Бөхтә генә кейенгән ике әбей эргәһендә баҫып барам, ирекһеҙҙән уларҙың һөйләшкәнен тыңлайым. Тәүҙә үҙҙәренең, балаларының хәлдәре менән ҡыҙыҡһындылар ҙа телевизорҙан ҡараған сюжеттарға туҡталдылар.
— Анау оятһыҙ оборона министры ҡалай шашып киткән! Президент уны төшөрмәй, нимә ҡарай икән һаман?
— Ҡуй, улай тимә әле. Бәлки, ҡара яҡҡандарҙыр. Путин әйтте бит, тәүҙә суд булһын әле, тине.
— Ул суд нимә эшләтер уны тиһең? Ҡул ҡулды йыуа инде. Президенттың танау төбөндә шундай вәхшилек менән шөғөлләнгән! Иҫ китмәле хәл.
— “Оборонсервис”ты етәкләгән теге йәш ҡатындың биҙәнгестәрен күрҙеңме! Көн һайын алмаштырһаң да, бер йылға етерлек балдаҡ туплаған бит!
— Бисә-сәсәгә ялтыр-йолторҙо күреү ҡыйын инде. Көнләшәләрме икән, ҡайҙа ҡарама, шуны һөйләйҙәр. Балдаҡ-һырғанан башҡа унда Оборона министрлығының күпме мөлкәте тураһында һүҙ бара! Нисәмә хәрбиҙең ғаиләһе фатирһыҙ тороп ҡалған! Ошо хаҡта борсолорға кәрәк, ә һеҙҙең алтын-гәүһәр тип иҫегеҙ китә, – тип һүҙгә ҡушылды бер ағай. Унан һуң тағы бер нисә кеше үҙ фекерен белдерҙе, кәңәшмә башландымы ни! Өфөнән Дим биҫтәһенә барып еткәнсе хәҙер инде төшөрөлгән оборона министрының тетмәһен теттеләр. Эйе, ысынлап та, ҡайтып телевизорҙы тоҡандырһам, Владимир Путиндың Анатолий Сердюковты отставкаға ебәреүе тураһында һөйләйҙәр.
Һуңғы ваҡытта ведомство тирәләй һүҙ ҡуйырғандан-ҡуйырғас, министрҙың китере көн кеүек асыҡ ине. Әлеге ваҡытта биш енәйәт эше ҡарала, уларҙың барыһы ла Сердюковтың исеме менән бәйле.
Сәйәси аналитиктар билдәләүенсә, Кремлдә оборона министрын отставкаға ебәреү тураһында сентябрҙә үк уйлана башлағандар, сөнки Владимир Путин уның эшмәкәрлеге менән ҡәнәғәт булмаған, етешһеҙлектәр тураһында гел иҫкәртә килгән.
Анатолий Сердюковтың урынына Рәсәй Президенты егерме йылдан ашыу ғәҙәттән тыш хәлдәр министры вазифаһын башҡарған, әлегә тиклем Мәскәү өлкәһе башлығы булған Сергей Шойгуны тәғәйенләне. Губернатор өсөн был — көтөлмәгән хәл, тиҙәр. Нисек кенә булмаһын, Рәсәй Федерацияһы төҙөлөү менән власҡа килгән Сергей Шойгуның эшмәкәрлеге бер ваҡытта ла етәкселектә лә, халыҡта ла шик тыуҙырманы. Егерме йылдан ашыу юғары вазифа биләп, үҙ эшен һәр саҡ һүҙ тейҙергеһеҙ башҡарған Шойгуға хәрбиҙәр ҙур өмөт бағлай.
Йәнә автобуста ҡайтыр юлға сығам. Быныһында ике олпат ағай илдәге хәлдәр тураһында гәпләшә. Уларҙың береһе хәрби кейемдә, һөйләшеүҙәренән икенсеһенең отставкалағы офицер булыуы аңлашыла.
— Шойгуның килеүе шәп инде. Ул — ысын хәрби. Системаны һәйбәт белә, тәжрибәһе, абруйы бар. Эште нимәнән башлар икән?
— Яңы һепертке яңыса һеперер инде. Тәүҙә аппаратты таҙартырға тотонор, тип уйлайым.
— Исмаһам, һеҙгә, эшләп йөрөгәндәргә, бәхет йылмайып, фатирлы булып ҡалһағыҙ ярар ине…
Л. НУРЕТДИНОВА.