Ҡоротҡостарға ҡаршы ағыу эшләйәсәкбеҙ08.11.2012
Башҡортостанда үҫемлектәрҙе төрлө ҡоротҡостан һаҡлау өсөн химик һәм биологик матдәләр етештереү сәнәғәтен тергеҙергә уйлайҙар. Төбәктә бының өсөн мөмкинлек етерлек, фәнни эшләнмәләр ҙә, кадрҙар ҙа, ҡеүәтле сәнәғәт тә бар. Республика йортонда ошо мәсьәләгә арналған кәңәшмә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов етәкселегендә үтте.

– Үҫемлектәрҙе һаҡлау буйынса махсус сараларҙы ҡулланмай тороп, киләсәктә ауыл хужалығын артабан үҫтереү мөмкин түгел, – тине республика башлығы.
Бөгөн Рәсәйҙә үҫемлектәрҙе һаҡлау препараттары етештереүсе юҡ, был көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе булып тора.
– Бындай мөмкинлекте Ҡытай, Швейцария һәм Һиндостандағы фирмалар әүҙем файҙалана. Киләсәктә Рәсәй сит илдә етештерелгән һаҡлау сараларына мохтажлыҡ кисерәсәк. Башҡортостандың ауыл хужалығы предприятиелары баҫыуҙарҙа ауыл хужалығы культураларын эшкәрткәндә йыл һайын 800 миллион һумлыҡ гербицид ҡуллана, – тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов.
Республиканың ауыл хужалығы министры Николай Коваленко белдереүенсә, пестицид менән баҫыуҙарҙың 39 проценты эшкәртелә. Башҡортостанда йыл һайын 420 мең тоннаға яҡын иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар сәселә, шуның 70 проценты ғына химик препарат менән эшкәртелә.
Республикала гербицид етештереүсе заманса сәнәғәтте Гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫешен көйләү ғилми-тикшеренеү технологик институтында ойошторорға уйлайҙар, бында яңы препарат етештерелә башлаясаҡ. Проект хаҡы – 50 миллион һум тирәһе.
С. ҒӘЛИМЙӘНОВ.


Вернуться назад