Ҡыуып етербеҙ, уҙып китербеҙ...08.11.2012
Республика йортонда Башҡортостанда сәнәғәт биотехнологияларын үҫтереү мәсьәләһе буйынса кәңәшмә булыуы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Президент Рөстәм Хәмитов менән Генетика һәм сәнәғәт микроорганизмдары селекцияһы дәүләт ғилми-тикшеренеү институты вәкилдәре ҡатнашлығындағы үткән сара ҡыҙыҡлы теманы көн үҙәгенә ҡуйҙы.

Биотехнологиялар тураһында һөйләгәндә, уның мәғәнәһенә бөтәһе лә төшөнәме икән? Ябай ғына итеп әйткәндә, тере организмдарҙы, уларҙың системаларын һәм эшкә һәләтле продукттарын файҙаланып технологик бурыстарҙы хәл итеү хаҡында һүҙ бара. Шулай уҡ был терминға ген инженерияһы ысулы менән кәрәкле үҙенсәлектәргә эйә тере организмдар булдырыу мөмкинлеге лә инә.
Бөгөн Рәсәйҙә биотехнологияларға бәйле хәл шәптән түгел — башҡа илдәрҙән ныҡ артта ҡалабыҙ. Шул уҡ ваҡытта бындай тауарҙарға ихтыяж арта. Һөҙөмтә билдәле: иң мөһим биотехнологик тауарҙарҙы — дарыуҙарҙы һәм мал аҙығы өҫтәмәләрен — сит илдәрҙән һатып алырға мәжбүрбеҙ. Рәсәй баҙарында үҙебеҙҙең инновациялы биотехнологик эшләнмәләр юҡ. Ошоларҙың барыһын да иҫәптә тотоп, Башҡортостан үҙе эш башларға булды. Кәңәшмәлә республикала үҫемлекселек продукцияһын тәрән эшкәртеп, аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һәм мал аҙығы етештереүсе яңы предприятиелар булдырыу мәсьәләһе ҡаралды.
— Беҙҙә биоиндустрияны үҫтереү өсөн кәрәкле ғилми һәм технологик база, кадрҙар бар. Тармаҡта ғилми тикшеренеүҙәрҙе Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәгенә ҡараған Биология институтында, Биохимия һәм генетека институтында, Өфө дәүләт нефть техник, Башҡортостан дәүләт аграр һәм Башҡорт дәүләт университеттарында уҙғаралар, — тине Рөстәм Зәки улы. — Беҙҙең белгестәр төп иғтибарҙы ауыл хужалығы, нефть химияһы өсөн биопрепараттар эшләүгә йүнәлтә. Был технологиялар ауыл хужалығы өсөн айырыуса кәрәк. Республикала малсылыҡ һәйбәт үҫешкән, һыйырҙар һаны, һөт етештереү буйынса илдә беренсебеҙ, әммә һөҙөмтә буйынса ҡалышабыҙ. Тимәк, һан менән алдырабыҙ, ә нисек файҙа сығарырға белмәйбеҙ.
Президенттың әйтеүенсә, республикала сәнәғәт биотехнологияларын үҫтереү өсөн етди проекттар бар. Мәҫәлән, яҡын арала Бөрө һәм Благовещен ҡалаларында биополимерҙар етештереү заводы төҙөү планлаштырыла.
Ә. ИЛДУСОВА.


Вернуться назад