“Яҡташтар” эш башланы08.11.2012
Башҡортостанда “Яҡташтар” тип аталған өр-яңы проект тормошҡа ашырыла башланы. Уның менән “Башинформ” агентлығындағы матбуғат конференцияһында “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Альберт Мифтахов таныштырҙы. Партия проектының төп маҡсаты — республикалағы һәр райондың тарихын айырым шәхестәр йөҙөндә сағылдырыу.

Ойоштороусылар әйтеүенсә, ауыл-ҡалаларҙа муниципалитеттың ғорурлығы булған кешеләрҙе асыҡлау өсөн анкета һорауҙары биреләсәк. Бындай кешеләр иҫәбенә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, спортсылар, тыныс тормошта батырлыҡ ҡылған ябай граждандар, ауыл эшсәндәре инә ала.
— Проект йәмғиәттә ватансылыҡ тойғоларын көсәйтеү зарурлығына бәйле. Беҙгә үҙебеҙ, илебеҙ өсөн ғорурлыҡ хисе етмәй. Социологик тикшеренеүҙәр ҙә быны раҫлай, — тине Альберт Мифтахов.
Уның билдәләүенсә, йәмәғәтселектә бындай кәйефтең төп сәбәптәре матди, шулай уҡ әхлаҡи ҡиммәттәрҙең үҙгәреүенә бәйле.
— Бөгөн беҙ замандар, өлкәндәр менән йәштәр араһындағы быуындар бәйләнешен юғалттыҡ, — тине төбәк башҡарма комитеты етәксеһе.
Альберт Мифтаховтың фекеренсә, илгә ҡарата ватансылыҡ тойғоһо кешенең тыуған ерендә тәрбиәләнергә тейеш. Һәр кем үҙенең мәшһүр яҡташтары, республиканың, илдең ғорурлығы булған арҙаҡлы шәхестәре хаҡында белергә тейеш. Проект тап ошоно маҡсат итеп ҡуя.
Башҡортостан граждандары үҙҙәре данлыҡлы шәхестәрҙең исемдәрен билдәләргә тейеш. Төбәк башҡарма комитеты анкета тултыртыу һөҙөмтәһе буйынса рейтинг төҙөйәсәк һәм киң мәғлүмәт саралары аша халыҡты күренекле яҡташтары менән таныштырасаҡ. Киләһе йыл яҙ халыҡ һайлаған шәхестәрҙең исемдәре асыҡланасаҡ.
Журналистар менән осрашыуҙа Альберт Мифтахов партия проекттарының ҙур әһәмиәтен билдәләне. Тап ошондай эш алымы һөҙөмтәле бәйләнеш булдырыу мөмкинлеген бирә. Матбуғат конференцияһында төбәктә уңышлы тормошҡа ашырылған ҡайһы бер башҡа проекттар хаҡында ла һүҙ барҙы.
Л. ИҪӘНҒОЛОВА.


Вернуться назад