Башҡортостандың ҡала һәм райондарында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының урындағы отчет-һайлау ҡоролтайҙары үтә. Бүлексәләрҙә был сара ноябрь аҙағына тиклем тамамланырға тейеш.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитетында хәбәр итеүҙәренсә, көн тәртибендәге иң мөһим мәсьәләләрҙең береһе — ул ҙур башҡорт ауылдарында Ҡоролтайҙың тәүге бүлексәләрен ойоштороу. Әлегә тиклем бындай бүлексәләр ҡала һәм район кимәлендә генә эшләй ине.
Әлеге эштең маҡсаты — Ҡоролтайҙың социаль-иҡтисади үҫеш, тарих, фән, мәғариф, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау, экология, башҡорт телен һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү, дини инаныуҙар, дәүләт һәм гражданлыҡ йәмғиәте институттары үҫеше, демография сәйәсәте өлкәһендәге маҡсаттарын тормошҡа ашырыуға һәм бурыстарын үтәүгә башҡорттарҙы күпләп йәлеп итеү. Тәүге ойошманың кәмендә өс ағзаһы булырға тейеш.
А. ХӘЛИЛОВ.