Росреестрҙың Башҡортостан буйынса идаралығы ғариза биреүселәрҙе алдан яҙылыу буйынса ҡабул итеү тәртибен раҫланы.
Был тәртип дәүләт хеҙмәттәре сифатын яҡшыртыу, шулай уҡ күсемһеҙ милек объекты тураһында дөрөҫ мәғлүмәт бирмәй, ҡабул итеүгә алдан яҙылыу хоҡуғын йыш ҡына үҙ мәнфәғәтендә файҙаланған кешеләргә контролде көсәйтеү сараларының береһенә әүереләсәк.
Хәҙер документтарҙы ҡабул иткән идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре ҡабул итеүгә алдан яҙылғандар күрһәткән күсемһеҙ милек объекттары буйынса мәғлүмәттең дәүләт теркәүенә тәҡдим ителгән документтарҙағы мәғлүмәт менән тап килеүен ентекле тикшерәсәк.
Документтарҙа айырмалыҡтар булған осраҡта, уларға был эште дөйөм сират тәртибендә башҡарырға йәки ҡабатлап яҙылырға тәҡдим ителәсәк.
Ғ. ХӘБИРОВ.