Тармаҡты үҫтереү мотлаҡ07.11.2012
Кисә Республика йортонда Башҡортостанда сәнәғәт биотехнологияларын үҫтереү мәсьәләләренә арналған кәңәшмә булды. Илебеҙ һәм республикабыҙ ғалимдары, химиктар, тармаҡ белгестәре ҡатнашҡан кәңәшмәне Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов алып барҙы.

Республика етәксеһенең белдереүенсә, әле Рәсәй биотехнологиялар үҫеше буйынса донъя кимәлендә бик артта ҡалған. Башҡортостанда ла хәлдәр был йәһәттән шәптән түгел. Тимәк, тармаҡты үҫтереүҙә алда яңы бурыстар тора. Был — айырыуса ауыл хужалығы өсөн көнүҙәк мәсьәлә.
Сәнәғәт биотехнологияларын үҫтереүҙең файҙалы яҡтары, республикала мотлаҡ алға китергә тейеш йүнәлештәре тураһында гәзиттең киләһе һандарының береһендә уҡырһығыҙ.
Ә. ӘЙҮПОВА.


Вернуться назад