Аҡыл һатыр өсөн аҡыллы булыу кәрәкмәй07.11.2012
Башҡортостанда эшлекле журналистикаға ихтыяж бармы? Булһа ул кемгә нығыраҡ кәрәк – ябай халыҡҡамы, әллә эшлекле даирәләргәме? Был йүнәлештә эшләгән журналисҡа бөгөн ниндәй талаптар ҡуйыла? Яңыраҡ Өфө районында үткән семинарҙа федераль, республика һәм район баҫмалары хәбәрселәре ошо һәм башҡа һорауҙарға бергәләшеп яуап эҙләне. Унда ҙур компанияларҙың, республика министрлыҡтарының вәкилдәре лә әүҙем ҡатнашты һәм үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты. Әлбиттә, бөтәһе лә был саранан уртаҡ фекергә килеп таралышты тип белдереү хата булыр ине, әммә бында килгән һәр кемдең көнүҙәк һәм әһәмиәтле аралашыуҙа ҡатнашыуын инҡар итеп булмай. Мин дә, республика гәзитенең хәбәрсеһе булараҡ, уның тураһында үҙ фекерҙәрем менән уртаҡлашырға булдым. Бәлки, күптәр өсөн әһәмиәтһеҙ булып тойолор, шулай ҙа гәзит-журналдарҙың бөғөнгөһө һәм киләсәге өсөн борсолғандар ниндәйҙер кимәлдә һығымта яһай алыр.

Бөгөн республикабыҙҙың күп баҫмаларының (бигерәк тә милли телдәрҙә сыҡҡандарының) киләсәге ҡараңғы. Уларға алмашҡа агрессив Интернет селтәре килә. Ошондай уҡ хәл район гәзиттәрендә лә күҙәтелә. Был тармаҡта эшләүсене һис тә яҡланған тип әйтеп булмай. Журналистарҙың күбеһе бөгөн үҙ бурысын түбән эш хаҡына башҡара, араларында торлаҡһыҙҙар ҙа етерлек, күптәр көнкүреш уңайлыҡтары булмаған ятаҡта көн итергә мәжбүр. Әммә нисек кенә сәйер яңғырамаһын, ошо кешеләр бөгөн дәүләт етәкселегенең сәйәсәтен еткереүсе (шул иҫәптән иҡтисад өлкәһендә лә), власть менән халыҡты тоташтырыусы күпер булып тора.
Әлбиттә, был сараны ойоштороусылар изге ниәттән эш иткән: улар бизнес даирәләре менән журналистар араһында йыш ҡына килеп тыуған аңлашылмаусанлыҡтарҙы бөтөрөүҙе, эшмәкәрлекте дөрөҫ итеп ойоштороуҙы, киң мәғлүмәт саралары менән компаниялар һәм ойошмаларҙың матбуғат хеҙмәттәренең хеҙмәттәшлеген яйға һалыуҙы күҙ уңында тотто. Был саранан ике яҡ та үҙҙәрен борсоған һәм уйландырған һорауҙарға яуап ала алдымы һуң?
Мәҫәлән, Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министры Евгений Маврин семинарҙағы сығышында эшлекле матбуғатты “тормошобоҙҙа барған әүҙем үҙгәрештәрҙең төп ҡатнашыусыларының береһе” тип атаны. Бындай баҫмаларҙың маҡсатлы аудиторияһы – илебеҙ, республикабыҙ киләсәге, иҡтисади үҙгәрештәр тураһында туҡтауһыҙ уйланыусы кешеләр. Әммә башҡаларҙы ла ситкә этәреп булмай. Ысынлап та, бөгөн пенсионер әбей үҙенең пенсияһының күләме тураһында уйлана, магазинда аҙыҡ-түлеккә хаҡтың артыуына зарлана һәм ошоноң сәбәбен эҙләй икән – ул да, һис шикһеҙ, ошо “уйланыусы” аудиторияға ҡарай. Шуға күрә ҡайһы берәүҙәр кеүек ҡиммәтле костюм кейгән, планшет тибындағы компьютер (ipad) һалынған күн сумка тотҡан менеджер йә етәксе генә эшлекле баҫманы уҡыусы тип уйлау төптө дөрөҫ түгел, әлбиттә.
“Арағыҙҙа министрлыҡтарҙа ла һеҙҙең кеүек ябай кешеләр эшләгәнен аңламауығыҙ ҡайһы саҡ аптырауға һала. Ҡайһы берәүҙәр чиновник үҙ вазифаһына аҡса “һуғыу” өсөн генә килгән тип һанай”, – тине министр сығышында. Ысынлап та, хаҡ һүҙҙәр, әммә, үкенескә ҡаршы, бындай ҡараш бөгөн бер Башҡортостанда ғына хөкөм һөрмәй. Ул бөтөн ил халҡына хас. Бында, әлбиттә, журналистарҙы ғына ғәйепләргә кәрәкмәйҙер, ни тиһәң дә, ошондай мөнәсәбәт бер ай йә йыл эсендә генә тыумай, ә йылдар дауамында формалаша. Шуға күрә ғәйепте, һис шикһеҙ, иң тәүҙә чиновниктарҙың үҙҙәрендә эҙләргә кәрәктер.
Әйткәндәй, сараның икенсе көнөндә ошо министрлыҡ исеменән сығыш яһаусылар йәнә лә булды. Араларында берәүһе бөгөн уларҙың эш хаҡы, журналистар уйлағанса, әллә ни ҙур түгеллегенә ышандырырға тырышты. Хәбәрселәр үҙ сиратында чиновниктың эш хаҡы менән ҡыҙыҡһынды. Баҡһаң, уның айлыҡ эш хаҡы премиялары менән 28,5 мең һум тирәһе килеп сыға, һәм ул быны Өфө кеүек ҡала өсөн бик бәләкәй тип иҫәпләй. Ошонан ғына был ике һөнәр эйәләре араһында ниндәй айырма һәм аңлашылмаусанлыҡ ятҡанын төшөнөргә була. Сараға килгән журналистарҙың күбеһенең (бигерәк тә район баҫмалары вәкилдәренең) бындай эш хаҡы ете ятып бер төшөнә инһәсе!
Әммә, Мәскәү ҡунағы Андрей Вырковский фекеренсә, бөгөн бөтөн ил буйынса журналистар төрлө ведомство йә учреждениеларҙағы матбуғат хеҙмәтендә эшләүселәрҙән байтаҡҡа кәмерәк эш хаҡы ала. Мәҫәлән, Һаҡлыҡ банкының ябай хеҙмәткәре илебеҙҙең баш ҡалаһында уртаса 150 мең һумға үҙ бурысын башҡарһа, гәзит-журналда эшләүсе журналисҡа ундай килем тураһында хыялланырға ғына ҡала.
Интернет селтәрендә “үрсеп киткән” блоггерҙар тураһында ла һүҙ булды. Ысынлап та, кемдәр ялҡауланмай, бөтөнөһө үҙ блогын асып, шунда фәлсәфә һата ала. Уларҙы профессиональ журналист менән бутау кәрәкме икән? Ни тиһәң дә, аҡыл һатыр өсөн әллә ни аҡыллы булыу ҙа талап ителмәй бит. Ә журналист үҙ исеме өсөн генә йылдар дауамында эшләй. Эйе, араларында ысынлап та көнүҙәк темаларҙы күтәргәндәр ҙә осрай, әммә улар бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Бик күптәре бөгөн бар, иртәгә юҡ, улар Интернет селтәрендә лә ялған “ник” менән “үҙ хужаһына” аҡсаға тир түгә, йәғни нимә ҡушыла, шуны ижад итә – был да бөгөн бер кемгә лә сер түгел.
Ысынлап та, ысын журналист ҡайһы тармаҡта ғына эшләмәһен, үҙ өлкәһенең белгесе тиергә була. Әммә мәҡәләләрҙә белгестәрҙең сығыш яһауы уҡыусыға тәьҫирҙе көсәйтеп кенә ебәрә. Ҡайһы саҡта баҫмаларҙа бер яҡтың ғына “тауышын” ишетәһең. Әлбиттә, был да дөрөҫ түгел, һәр мәсьәлә буйынса тигеҙ диалог булырға тейеш – министрҙың был фекере менән дә килешмәү мөмкин түгел.
Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры Сергей Лаврентьевтың сығышы ла күптәрҙә бәхәстәр тыуҙырҙы. “Беҙҙең республикала бөгөн эшлекле журналистика юҡтыр ул”, – тине сығыш яһаусы. Журналистиканың төп эшмәкәрлеге лә, уның фекеренсә, йәмәғәтселек күҙәтеүе булырға тейеш.
Ул гәзит-журналдарҙың киләсәгенә лә ышанмай икән. Бигерәк тә район баҫмаларының кәрәк булыу-булмауы унда һорау тыуҙыра, бер нисә районға бер гәзит тә, уныңса, артығы менән етә. Быны, әлбиттә, район баҫмалары вәкилдәре һис тә ҡабул итә алманы. Бөгөн урындағы халыҡ та иң тәүҙә район гәзитенә яҙыла, уға күҙ төбәп тора. Бындай аҙымдар тарихта булды (әле лә күп дәүләт ойошмалары берләштерелеп бөтөп бара – был бер кемде лә ҡыуандырмай), улар бер ниндәй яҡшы һөҙөмтәләргә килтермәне. Гәзиттәрҙе берләштереп, бер аҙҙан үткән быуаттың 50 – 60-сы йылдарындағы кеүек ауылдарҙы эреләтеүгә тотонмаҫбыҙмы икән? Иҡтисади йәһәттән был аҙым отошло булһа ла, башҡа яҡтан уның эҙемтәләре, һис шикһеҙ, бик күңелһеҙ булыуы бар бит әле.
Башҡортостандың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов иһә баҫмаларҙың киләсәге бар тип иҫәпләй – был йәнгә бер ни тиклем йылы өрҙө. Ул һүҙен миҫал менән дә дәлилләне, мәҫәлән, бөгөн Сингапурҙа дәүләт хеҙмәттәре өсөн түләүҙәрҙең 90 проценты электрон саралар аша башҡарылһа ла, ҡағыҙ гәзиттәр һаман да йәшәй, үҫешә. Етәксенең фекеренсә, бөгөн баҫманы баҫтырыуҙың һәм халыҡҡа еткереүҙең сығымдары түгел, ә мәғлүмәттең сифаты мөһимерәк мәсьәлә.
Әммә, минеңсә, үтә лә ҡапма-ҡаршылыҡлы фекерҙәр уятҡан сығыш “Башнефть” компанияһының матбуғат хеҙмәте вәкиленеке булғандыр, моғайын. Ул бизнес һәм матбуғат араһындағы мөнәсәбәт тураһында һүҙ йөрөттө, урындағы киң мәғлүмәт сараларын был компанияны йыш ҡына иғтибарҙан ситтә ҡалдырыуҙа ғәйепләне. “Бөгөн “Башнефть” компанияһында республикабыҙҙан ғына 50 меңдән ашыу кеше эш урыны тапҡан, төбәк ҡаҙнаһына 15 миллиард һумдан ашыу һалым күсерҙек. Ә хәйриә фонды былтыр ғына мәрхәмәтлелеккә 1,5 миллиард һум күләмендә аҡса бүлде”, – тип һөйләп китте ул. Сығыш яһаусы фекеренсә, журналистарҙы йыш ҡына бындай мәғлүмәттәр ҡыҙыҡһындырмай, күберәк бензиндың хаҡы артыуы тураһында һорауҙар яуҙыралар. Ә, бына һуңғы йылда компанияла нефть сығарыуҙың ни өсөн 30 процентҡа артыуы хаҡында бөтөнләй белергә лә теләмәйҙәр.
Журналистар бындай ғәйепләүҙәрҙе яуапһыҙ ҡалдырған тип уйлаһағыҙ, яңылышаһығыҙ. Баҫмалар һәр ваҡыт иң тәүҙә үҙ уҡыусыларын ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап эҙләргә тырыша. Ә “Башнефть” тураһында “тәрән мәғлүмәттәргә” йыш ҡына профилле баҫмаларҙа ғына ихтыяж бар. Ә бына нефть сығарыу йылдан-йыл артыуға ҡарамаҫтан, ни өсөн бензинға хаҡ күтәрелеүе, ысынлап та, бөтәһен дә борсой, шуға ла ул һәр ваҡыт көнүҙәк мәсьәлә булып ҡаласаҡ.
Шулай уҡ һалым түләү, хәйриәлек эштәре тураһында ла бер кәлимә һүҙ. “Изгелек эшлә лә һыуға һал, халыҡ белер, халыҡ белмәһә, балыҡ белер” тигән боронғолар. Был компания, ысынлап та, халыҡ компанияһы, уны үткән быуат башында бөтә ил менән төҙөгәндәр, үҫтергәндәр. Республикабыҙҙың еренән сығарған “ҡара алтын”дан һалым түләү, табыштан мәрхәмәтлелеккә аҡса бүлеүгә ғорурланырға кәрәкме икән – был бит ошондай компанияларҙың туранан-тура бурысы. Сит илдәрҙә “Майкрософт” кеүек юғары технологиялы тауар етештереүсе компаниялар ҙа (улар бер кемдән дә мираҫҡа ҡалмаған, ә хужалары ҡулында юҡтан бар ителгән) хәйриәлеккә бихисап аҡса бүлә һәм быны батырлыҡҡа һанамай, ә бурысы итеп күрә.
Эйе, төрлө йәһәттән дә киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре өсөн файҙалы сара үтте тип һығымта яһарға ҡала. Ул шулай уҡ эшлекле гәзит-журналдарҙың телевидение һәм Интернет заманында ла үҙ абруйын юғалтмауы, уларға ихтыяж барлығын раҫланы. Эйе, бөгөн бик күп баҫмалар ябыла, йә Интернет селтәрендә генә эшләүгә күсә. Әммә шул уҡ мәлдә уңышлы үҫешкән ҡағыҙ гәзиттәр ҙә етерлек. Мәҫәлән, бөтөн ил буйынса таратылған эшлекле “Коммерсантъ” гәзите. Уның уңышы – үҙ аудиторияһын табыуында. Был үҙ сиратында башҡалар өсөн дә өлгө була ала.
Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН


Вернуться назад