Тәжрибә уртаҡлашыу ниәтенән06.11.2012
Башҡортостандың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты делегацияһы “Европа диалогы” программаһын тормошҡа ашырыуға ярашлы Франция, Германия, Швейцария илдәренә һәм Лихтенштейн кенәзлегенә юлланасаҡ.

Проектта ҡатнашҡан мәғариф учреждениелары етәкселәре һәм вәкилдәре ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мәҙәниәт һәм тәбиғәт ҡомартҡылары, объекттары менән танышасаҡ, ойошманың проекттары, программалары буйынса сит ил коллегаларының эш тәжрибәһен уртаҡлашасаҡ.
Комитеттың матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, ойошманың Париждағы штаб-фатирында рәсми осрашыуҙар үткәреү, “ЮНЕСКО-ның ассоциацияланған мәктәптәре” проектының етәкселәре менән һөйләшеү ҡарала. Ошонда уҡ Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназияһына һәм Салауат ҡалаһындағы 1-се гимназияға халыҡ-ара сертификаттар тапшырыу күҙаллана. Был документ төбәктәге үҙенсәлекле мәғариф учреждениеларының донъя кимәлендә танылыуын раҫлай. “ЮНЕСКО-ның ассоциацияланған мәктәбе” статусы уҡыусыларҙың ижади һәм һөнәри үҫеше, йәш таланттарға төрлө яҡлап ярҙам күрһәтеү, Рәсәйҙәге һәм сит илдәрҙәге билдәле сәнғәт оҫталарының уларға иғтибарын арттырыу өсөн киң мөмкинлек аса.
Башҡортостан делегацияһы шулай уҡ Рәсәйҙең ЮНЕСКО ҡарамағындағы Даими вәкиллеге ағзалары менән осрашасаҡ. Программала БМО-ның Женевалағы Милләттәр һарайына экскурсия, Халыҡ-ара мәғариф комитетында ватандаштар менән осрашыу ҙа ҡаралған.
Л. ДӘҮЛИЕВА.


Вернуться назад