Бер ғариза ла иғтибарһыҙ ҡалмай06.11.2012
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Бюджет, һалымдар, финанс һәм милек мәсьәләләре буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Римма Үтәшева, үҙенең коллегалары кеүек үк, һайлаусылары менән тығыҙ бәйләнеште һаҡлай. Депутат халыҡты ҡабул итеү алымын әүҙем файҙалана.

Парламентарийға торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү, эшкә урынлашыу мәсьәләләре буйынса йыш мөрәжәғәт итәләр.
— Граждандар үҙҙәрен борсоған проблемаларҙы белдерә, йәшермәй, — ти Римма Үтәшева. — Мәҫәлән, Өфөләге 2-се торлаҡ-коммуналь хужалыҡтағы ҡабул итеү барышында халыҡ ихаталарҙа автомобилдәрҙең күплегенә зарланды, күп кимәлле туҡталҡа кәрәклеген билдәләне. Бынан тыш, машиналарҙың төтөн, һаулыҡҡа зарарлы матдәләр менән һауаны бысратыуына бәйле ялыуҙар байтаҡ. Фатирға түләү буйынса бурыслылар мәсьәләһе лә иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Ошо етешһеҙлек буйынса ҡайһы берәүҙәр бурысты мәжбүри түләттереү үтенесе менән башҡа ведомстволарға ла мөрәжәғәт иткән.
Депутат әйтеүенсә, һайлаусыларҙың барлыҡ ғаризалары ла ҡарауға ҡабул ителә, аҙаҡ район хакимиәттәренә, тейешле ведомстволарға һорау ебәрелә.
Г. ИШЕМҒОЛОВА.


Вернуться назад