4 ноябрҙә Мексикала "Ҙур егерме" илдәренең финанс министрҙары саммитҡа йыйылды, ә Рәсәйҙә Халыҡтар берҙәмлеге көнө билдәләнде. Уҙған аҙнала шулай уҡ Грузияның Рәсәй менән дипломатик мөнәсәбәттәрҙе яйға һалырға йыйынмауы мәсьәләһе, илебеҙҙең Оборона министрлығындағы коррупцияға бәйле хәлдәр йәмәғәтселектең иғтибар үҙәгендә булды.
Әһәмиәтһеҙ осрашыу
"Ҙур егерме" илдәре өлөшөнә донъя тулайым продуктының — 90, тауар әйләнешенең 80 проценты, ә донъя халҡының өстән ике өлөшө тура килә. Ошо дәүләттәрҙең министрҙары донъя иҡтисади көрсөгөн булдырмау, Америка Ҡушма Штаттары һәм Европа союзы илдәрендәге финанс ауырлыҡтарына ҡаршы бергәләп көрәшеү юлдарын эҙләне.
Аҡсаны һөҙөмтәле тотоноу, эске мөмкинлектәрҙе дөрөҫ ҡулланыу йәһәтенән Мексика башҡаларға өлгө булырлыҡ. Һуңғы йылдарҙа унда эш урындарын арттырыуға, иҡтисади үҫешкә өлгәшәләр. Был ил быйыл саммитҡа рәйеслек итте, 30 ноябрҙә дилбегә Рәсәйгә тапшырылырға тейеш. Мексиканың тәжрибәһен үҙләштерә алырбыҙмы, иҡтисади күрһәткестәрҙе бер-ике процентҡа булһа ла күтәрербеҙме — әйтеүе ҡыйын.
Финанс министрҙарының йыйыны АҠШ президентын һайлау (6 ноябрь) һәм Ҡытайҙағы коммунистарҙың власть тапшырыуы (8 ноябрь) алдынан үтте, шуға ла күп мәсьәләләрҙең ашыҡ-бошоҡ ҡаралыуын, уларға тейешле әһәмиәт бирелмәүен танымай булмай. Бынан тыш, Франция министры менән Европа Үҙәк банкы етәксеһе ни сәбәптәндер осрашыуҙа ҡатнашманы. Ғөмүмән, был саммитты тарихта иң әһәмиәтһеҙе тиергә нигеҙ бар.
Тбилиси менән Мәскәү дуҫлашырмы?Грузиялағы парламент һайлауы һөҙөмтәһен донъя йәмәғәтселеге түҙемһеҙлек менән көттө. Оппозициялағы Бедзина Иванишвилиҙың партияһы еңгәс, Рәсәй сәйәсмәндәре еңел һулағандай булды, дипломатик бәйләнештәр яйға һалыныр һәм илдәребеҙ дуҫ йәшәр, тип өмөтләнде. Асылда бының хыял ғына булып ҡалыуы ихтимал, сөнки беҙҙең ил арҡаһында кеҫә ҡалынайтҡан әлеге сәйәсмән Мәскәү теләгәнсә генә эшләргә йыйынмай. Грузия премьер-министры булараҡ, ул уҙған аҙнала сәйәсмән Зураб Абашидзены Рәсәй менән мөнәсәбәтте яйлау буйынса махсус вәкиле итеп тәғәйенләне. Уныһы иһә ниндәй позицияла тороуын асыҡтан-асыҡ әйтә һалды: "Рәсәй 2008 йылда Грузия биләмәләренә (Абхазия менән Көньяҡ Осетия) көслөк менән баҫып ингән һәм, ошо мәсьәләне хәл итмәй тороп, ике ил араһында дипломатик мөнәсәбәттәрҙең булыуы мөмкин түгел". Сәйәсмән был тәңгәлдә үҙ-ара аңлашыуға иҫәп тотоуын белдерҙе.
Шикле берҙәмлекЯңыраҡ билдәләнә башлаған Халыҡтар берҙәмлеге көнөнөң асылын ватандаштарыбыҙ аңлап та етмәй буғай. Ҡайһы бер сәйәси көстәр был байрамды үҙ мәнфәғәтендә файҙаланырға маташа. Һүҙ 4 ноябрҙә Мәскәүҙә һәм илебеҙҙең ҡайһы бер ҡалаларында уҙған "Урыҫ маршы" хаҡында бара. Милләтселәр 2005 йылдан алып ҡаршылыҡ акцияһына йыйыла. Быға тиклем уларға Мәскәүҙең ситендә генә урын бирелгән булһа, быйыл баш ҡала мэры Сергей Собянин бигерәк мәрхәмәтләнде — маршты үҙәктә уҙғарырға рөхсәт итте.
Милләтселәр, шуны ғына көткәндәй, шовинистик рухтағы плакаттар күтәреп Мәскәү урамдарынан үтте. Араларында Гитлер свастикаһын әләм итеп күтәреүселәрҙең булыуы күңелгә айырыуса шом һала.
Полиция иллеләгән кешене ҡулға алды-алыуын, әммә хәрәкәтте был ғына туҡтатырмы? Әгәр артабан да ошолай дауам итһә, "Урыҫ маршы" исеме артына йәшенгән таҡыр баш — скинхедтарҙың Ҡыҙыл майҙандан тантаналы үтеүенә лә күп ҡалмаҫ.
Самат ҒӘЛИУЛЛИН.