Туғыҙ кеше, ике сәғәттән ашыу ваҡыт. Һәр кемдә — төрлө мәсьәлә, төрлө үтенес. Шулай ҙа уларҙың береһе лә шәхси мәнфәғәтен генә ҡайғыртып килмәгән, ә ҡалаһы, ауылы, үҙе йәшәгән ихатаһы һәм дөйөм республика өсөн тырыша.
Кисә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй Президентының ҡабул итеү бүлмәһендә граждандарҙы ҡабул итте. Рөстәм Зәки улына мөрәжәғәт итеүселәр араһында айырыуса йәштәр һәм ҡатын-ҡыҙ күп ине. Өфөләге уҡыу йорттарының береһендә белем алыусы Кристина исемле ҡыҙ сығышы менән Дыуан районынан. Уның әйтеүенсә, ике йыл элек уларҙың иҫкергән ауыл клубын емерәләр, ә яңыһын ошоғаса төҙөргә теләүсе юҡ. Хәҙер йәштәргә бейеү, вокал менән шөғөлләнер, кистәрен йыйылып аралашыр өсөн урын юҡ. Улар репетицияларын мәктәптә һәм хатта урындағы кафе бинаһында ойошторорға мәжбүр.
— Уҡыуҙы тамамлағас, тыуған ауылыңа эшләргә ҡайтырға ризаһыңмы? — тип һораны Президент ҡыҙҙан.
— Клуб һалынһа, ҡайтмай булмаҫ, — булды яуап.
Рөстәм Зәки улы, был мәсьәлә яҡын арала хәл ителер, тине. “Беҙҙән — яңы клуб, ә һеҙ ауылға күберәк йәштәр алып ҡайтығыҙ”, — тигән бурыс та ҡуйҙы.
Салауат ҡалаһынан килгән Гөлнара Хөснөтдинованы инвалид балаларға махсуслаштырылған балалар баҡсаһы, мәктәп ойоштороу мәсьәләһе борсой. Ул — һуҡыр бала әсәһе. Табиптарҙың яуапһыҙлығы сәбәпле, сабыйы ошондай бәләгә дусар. Әммә тормош дауам итә, Гөлнара ханым да ҡул ҡаушырып ултырмай, балаһынан йәмғиәттең лайыҡлы ағзаһын тәрбиәләргә тырыша. Тик бының өсөн Салауатта шарттар юҡ, ә Өфөләге һуҡыр балаларға тәғәйенләнгән берҙән-бер балалар йортонда урынға ҡытлыҡ. Шулай уҡ ул мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм ата-әсәләре өсөн йәйге мәктәп тә ойошторорға теләй, тик был ниәт аҡса талап итә. Рөстәм Зәки улы менән мәсьәләне төрлө яҡлап ентекле тикшергәндән һуң, уны хәл итеү юлдарын бергә эҙләнеләр. Салауат ҡалаһындағы балалар баҡсаһында бәләкәй генә махсус төркөм булдырырға, ул килеп сыҡмаһа, Өфөләгеһен киңәйтеү мөмкинлектәре ҡараласаҡ. Ә йәйге лагерь ойоштороу өсөн аҡса мотлаҡ буласаҡ, тип вәғәҙә бирҙе Президент.
Бер юлы ике кешене юл мәсьәләһе борсой ине. Ульяна Йоносова Өфө районының Шамонин ауылында асфальт юл һалынмауына булмауына, балсыҡлы ерҙән йөрөргә мәжбүр булыуҙарына зарланһа, Сибайҙан Радик Шаһиев иһә ҡаланан Төйәләҫ ауылына тиклемге юлды ремонтлауҙа ярҙам һораны.
Шулай уҡ халыҡты экология, тирә-яҡтың, парктарҙың таҙалығы проблемаһы борсой. Карина Ғәҙәлшина үҙе йәшәгән урындан йыраҡ булмаған Салауат паркының торошо, ундағы бысраҡлыҡ һәм ҡала йөҙөнә тура килмәгән иҫкелеккә ҡарата фекерен белдерҙе. Йәштәрҙең бергә йыйылып ҡала парктарын йыйыштырыуҙары тураһында ла әйтте, тик, уныңса, был ғына етмәй.
— Ул парктың торошо менән мин дә танышмын, парк ҡалаға ингән ерҙә урынлашҡан, әммә күркәм түгел. Яуап итеп шуны әйтә алам: беҙ ҡаланың көньяҡтан ингән яғын һәм йылға буйын тулыһынса үҙгәртергә йыйынабыҙ. Әммә был бер-ике йылда ғына башҡарыла торған эш түгел. Оҙағыраҡ ваҡытты алыр, шулай ҙа ул яҡ тулыһынса үҙгәрер, матурланыр, — тине Рөстәм Зәки улы.
Баш ҡаланың йөҙөн күркәмләү буйынса тағы бер мөрәжәғәт булды: Өфөлә йәшәүсе Ольга Шалахова дәүләт циркының бик иҫкереүе, эстән дә, тыштан да насар торошта булыуы тураһында әйтте.
— Ун дүрт йыл бармағандан һуң, быйыл унда августа булғайным. Цирк бик ауыр хәлдә икән, танымаҫлыҡ булып үҙгәргән. Насар еҫ, бысраҡ фойе, туҙған ултырғыстар, ышҡылып бөткән балаҫтар. Тыштан ҡараһаң да ташландыҡ хәлдә, — тине ул.
Әле Өфө дәүләт циркы — федераль милектә. Шуға күрә республика уны төҙөкләндереү буйынса эш алып бара алмай. Шулай ҙа Рөстәм Хәмитов мөрәжәғәтте яуапһыҙ ҡалдырманы: бинаның әлеге хужаларына, Мәскәүгә хат яҙырға һәм уны төҙөкләндереүҙе һорарға, әгәр кәрәк булһа, республиканың да ярҙамлашырға әҙер булыуын белдерергә ҡарар итте.
Фермер Виталий Воронин ауыл хужалығы тармағында эшләүселәргә уңайлы закондарҙың булмауы, шуның арҡаһында күп кенә башланғыстарҙа ҡаршылыҡтар тыуыуы тураһында әйтте. Был — ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге күсемһеҙ милекте рәсмиләштереүҙәге ауырлыҡтар, ауыл хужалығы тауарын эшкәртеү өсөн субсидияларға ҡағылды. Төбәк башлығы мәсьәләне былай аңлатты: федераль кимәлдә закон ҡабул ителмәй тороп, бер нәмә лә эшләп булмай. Шуға күрә Ауыл хужалығы министрлығы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға мөрәжәғәт итергә, ә ул үҙ сиратында Рәсәй Дәүләт Думаһына закон проекты башланғысы менән сығырға тейеш.
Рөстәм Хәмитов һәр мөрәжәғәт итеүсене ихлас тыңланы, уларҙың проблемаһынан тыш, тормошо, йәшәгән урынындағы хәл, үҙгәрештәр менән дә ҡыҙыҡһынды. Әйтергә кәрәк, Президент күптәрҙең мәсьәләһен алдан уҡ белеп тора ине, сөнки уларҙың байтағы Рөстәм Зәки улының блогына мөрәжәғәт иткән булған һәм Интернетта әүҙем аралашыу барған.
Яҡын арала мөрәжәғәттәрҙең ыңғай хәл ителеренә өмөт итергә генә ҡала.
Әлфиә ӘЙҮПОВА