“Башҡортостан Республикаһында асыҡ саралар үткәреү урындары тураһында” һәм “Башҡортостан Республикаһының ҡануниәт акттарына асыҡ саралар үткәреү йәһәтенән үҙгәрештәр индереү тураһында” закон проекттарына ҡарата халыҡ үҙ фекерен белдерә ала. Улар Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың рәсми сайтында урынлаштырылды.
Парламент Рәйесе Константин Толкачев блогында белдереүенсә, әлеге документта асыҡ саралар үткәреү өсөн дөйөм ҡағиҙәләр ҡарала.
“Республика Хөкүмәте аныҡ урындар билдәләйәсәк, — тип яҙа Константин Борисович. — Һәр кемдең үҙ фекерен белдерергә, шул иҫәптән митингтар үткәрергә лә хоҡуғы бар. Әммә ниндәйҙер мәсьәләгә иғтибарҙы йәлеп иткәндә, митингка йөрөмәгән, көндәлек эш менән шөғөлләнгән кешеләрҙе лә оноторға ярамай. Ошо йәһәттән законда дәүләт власы органдары, һаулыҡ һаҡлау учреждениелары, балаларҙың ял итеү урындары, инфраструктура объекттарына ҡағылышлы сикләүҙәр бар. Сират — йәмғиәткә, халыҡтан тәҡдимдәр көтәбеҙ. Ошонда уҡ митингтар үткәреү өсөн иң яҡшы урындар хаҡында ла фекер алышырға мөмкин.
“Башҡортостан Республикаһында асыҡ саралар үткәреү урындары тураһында” закон проектына тәҡдимдәрҙе
[email protected] электрон адресы буйынса ебәрергә, Константин Толкачевтың блогына яҙырға, шулай уҡ Урындағы үҙидара һәм йәмәғәт ойошмалары комитетына (Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 46) мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Д. ТӘЛҒӘТОВА.