Федерализм нигеҙен ҡаҡшатырға юл ҡуймайыҡ!03.11.2012
27 октябрҙә бизнесмен Михаил Прохоров, үҙе ойошторған “Гражданлыҡ платформаһы” партияһының съезында сығыш яһап, йәмәғәтселекте аптыратты. Миллиардер ил Конституцияһын үҙгәртергә, Рәсәй составындағы милли республикаларҙы бөтөрөргә кәрәк тигән киҫкен белдереү яһаны. Илдең төрлө төбәктәрендә был хәбәрҙе, әлбиттә, ҡәнәғәтһеҙлек менән ҡабул иттеләр. Үҙ сиратында, Башҡортостандың власть органдары вәкилдәре һәм йәмәғәтселеге ваҡиғанан ситтә ҡалманы һәм Михаил Прохоровтың сығышына ҡарата үҙ фекерен белдерҙе.
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев ошондай аңлатма бирҙе:

— Михаил Прохоров съезд программаһында бер генә тәҡдим менән иғтибарҙы үҙенә йәлеп итте. Алдан уйланылған аҙым булдымы был, әллә сығыш яһаған мәлдә хис-тойғоға бәйле ҡапыл тыуған оҫта фекерме? Тәүге сәбәп — сәйәсәттең йөкмәткеһен белмәүҙә һәм эшлекле тәҡдимдәрҙең аҙлығында, күрәһең.
Рәсәй дәүләте баштан уҡ күп милләтле булараҡ формалаша — был хаҡта Ватан тарихы аныҡ хәбәр итә. Әлеге федератив төҙөлөш быуаттар буйына ойошҡан, халыҡ тарафынан һыналған, һәм уға тәжрибәһеҙ, сәйәси белемһеҙ, фәҡәт иҡтисади иҫәп-хисапты күҙ уңында тотоп, тиҙ арала ниндәйҙер үҙгәртеү индереүҙең ауыр эҙемтәләргә килтереүе ихтимал.
Прохоров яҡшы бизнесмен һәм идарасы икәнлеген иҫбат итте. Әммә ул сәйәсмән булараҡ үтә йәш. Әлеге хаталарында өйрәнер, тип ышанам. Шул уҡ ваҡытта унан яңы сағыу, ҡыҙыҡлы сығыштар, креатив тәҡдимдәр көтәбеҙ.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының
башҡарма комитеты белдереүенән:
“...Шуныһы аяныслы: был аҙымды күптән түгел Рәсәй Президенты кеүек юғары посҡа дәғүә иткән кеше яһаны, аныҡ итеп әйткәндә, ул ил Конституцияһына ревизия үткәрергә саҡырҙы. Бының менән ул федерализм принциптарының төп үҙенсәлеген генә түгел, милләттәрҙең халыҡ-ара хоҡуҡи акттарҙа нығытылған үҙбилдәләнеш хоҡуғын да инҡар итә.
...Олигарх милли республикаларҙың иҡтисади йәһәттән дә әһәмиәтһеҙ булыуы хаҡында фекер йөрөтә. Күрәһең, сәйәси амбициянан күҙе томаланған Прохоров, Башҡортостан, Татарстан, Саха-Яҡут республикалары кеүек төбәктәр һәр ваҡыт федераль ҡаҙнаның ҡеүәтле доноры булғанын һәм буласағын иҫәпкә алырға теләмәй.
...М. Прохоровтың сығышын Рәсәйҙең федератив төҙөлөшө нигеҙен ҡаҡшатырға теләү тип ҡабул итәбеҙ.
...Илдең юғары власть вәкилдәренән дәүләт төҙөлөшө тигән сәбәп менән ксено- һәм нациофобияны пропагандалаусыларға ҡаршы Рәсәй Федерацияһы ҡануниәтендә ҡаралған сараларҙың барыһын да күреүҙе һорайбыҙ.
2012 йыл, 31 октябрь”.


Вернуться назад